Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | ГАЛАТТАРҒА 4—6

Символик мәғәнәгә эйә хәбәр

Символик мәғәнәгә эйә хәбәр

4:24—31

Илсе Павел символик тел ҡулланып, яңы килешеүҙең Ҡанун килешеүенән өҫтөн булыуын тасуирлап биргән. Ғайса Мәсих һәм уның вариҫташтары кешеләргә гонаһтан, камилһыҙлыҡтан һәм үлемдән азат булырға ярҙам итәсәк (Иш 25:8, 9).

 

ХӘЖӘР ИСЕМЛЕ ҠОЛ ҠЫҘ

Ҡанун килешеүе аҫтында булған букваль Израиль (баш ҡалаһы — Иерусалим)

САРА ИСЕМЛЕ ИРЕКЛЕ ҠАТЫН

«Күктәге Иерусалим», Йәһүә ойошмаһының күктәге өлөшө

ХӘЖӘР «БАЛАЛАРЫ»

Йәһүә менән Ҡанун килешеүе ярҙамында бәйле булһалар ҙа, Ғайсаны эҙәрләгән һәм уны кире ҡаҡҡан йәһүдтәр

САРА «БАЛАЛАРЫ»

Мәсих һәм 144 000 майланған мәсихсе

ҠАНУН КИЛЕШЕҮЕ АҪТЫНДАҒЫ ҠОЛЛОҠ

Ҡанун израилдәргә гонаһ ҡоллоғонда булыуҙарын иҫкә төшөрөп торған

ЯҢЫ КИЛЕШЕҮ ИРЕКЛЕККӘ ЮЛ АСА

Мәсих ҡорбанының ҡиммәтле булыуына иман итеү Ҡанун хөкөмөнән ирекле булыуға юл аса