Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Ғаиләңдә яратыу сағылдыр

Ғаиләңдә яратыу сағылдыр

Яратыу, елем һымаҡ, бөтә ғаиләне берләштерә. Ул бер-берең менән хеҙмәттәшлек итергә һәм берҙәмлек һаҡларға ярҙам итә. Ирҙәр, ҡатындар һәм атай-әсәйҙәр ғаиләлә нисек яратыу сағылдыра ала?

Ҡатынын яратҡан ир уның ихтыяждарын, ҡараштарын һәм хистәрен иҫәпкә ала (Еф 5:28, 29). Ул ғаиләһен матди яҡтан тәьмин итә, шулай уҡ ғаиләһенең рухи яҡтан ныҡ булыуын ҡайғырта, мәҫәлән, даими рәүештә ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу кисен үткәрә (1Тм 5:8). Ирен яратҡан ҡатын уны тәрән хөрмәт итә һәм уға буйһона (Еф 5:22, 33; 1Пт 3:1—6). Иргә лә, ҡатынға ла бер-береһен ихлас күңелдән кисерергә кәрәк (Еф 4:32). Ҡайғыртыусан атай-әсәйҙәр балаларының һәр береһенә иғтибар бүлә һәм Йәһүәне яратырға өйрәтә (Ҡн 6:6, 7; Еф 6:4). Балалар мәктәптә ниндәй ауырлыҡтар менән осраша? Улар йәштәштәренең баҫымына ҡаршы тора аламы? Ғаиләлә яратыу хөкөм һөрһә, бөтәһе лә үҙен яҡлаулы тойор.

«ҒАИЛӘБЕҘҘӘ ЯРАТЫУ КҮРҺӘТӘБЕҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Ҡатынын яратҡан ир уны нисек «туҡландыра һәм ҡайғырта»?

  • Ирен яратҡан ҡатын уны тәрән хөрмәт иткәнен нисек күрһәтә?

  • Балаларын яратҡан атай-әсәйҙәр уларға Йәһүәгә һәм Изге Яҙмаға ҡарата яратыу үҫтерергә нисек ярҙам итә?