Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Төҙәтеп, Йәһүә үҙ яратыуын сағылдыра

Төҙәтеп, Йәһүә үҙ яратыуын сағылдыра

Тәрбиәүи сараларҙың төп маҡсаты — күрһәтмәләр биреү һәм өйрәтеү, әммә улар шулай уҡ төҙәтеүҙе һәм яза биреүҙе лә үҙ эсенә ала. Йәһүә, ғибәҙәтебеҙ уға яраҡлы булһын өсөн, беҙҙе тәрбиәләй (Рм 12:1; Ев 12:10, 11). Ҡай саҡ тәрбиәүи саралар йән ғазабы килтерергә мөмкин. Әммә ярҙамды ҡабул итһәк, беҙ Алла күҙендә саф булып китәбеҙ һәм уның фатихаларына эйә булабыҙ (Ғһ 10:7). Ярҙам күрһәткән һәм ярҙамды ҡабул иткән кешегә нимәне иҫтә тоторға кәрәк?

Ярҙам күрһәткән кеше. Өлкәндәр, ата-әсәләр һәм башҡа мәсихселәр, Йәһүәнән өлгө алып, яратыу һәм игелек сағылдырып тәрбиәләргә тырыша (Ир 46:28). Хатта ҡәтғи тәрбиәүи саралар талап ителһә лә, кешенең бөтә шарттарын иҫәпкә алып, уның менән игелекле мөғәмәлә итергә кәрәк (Тит 1:13).

Ярҙамды ҡабул иткән кеше. Тәрбиәүи саралар ниндәй генә булмаһын, уларҙы кире ҡағыу урынына шунда уҡ ҡабул итергә тырышырға кәрәк (Ғһ 3:11, 12). Камил булмағанға, беҙҙең бөтәбеҙ ҙә кәңәштәргә һәм иҫкәртмәләргә мохтаж. Беҙ ундай иҫкәртмәләрҙе йыйылыштарҙа ишетә алабыҙ йә Изге Яҙмала уҡый алабыҙ. Әгәр ҙә хәл етди булһа, хоҡуҡ комитетының ҡатнашлығы кәрәк булыуы ихтимал. Ярҙамды ҡабул итһәк, беҙ инде хәҙер иң яҡшы тормош юлынан барырбыҙ һәм киләсәктә мәңге йәшәрбеҙ (Ғһ 10:17).

«ЙӘҺҮӘ ҮҘЕ ЯРАТҠАН КЕШЕЛӘРҘЕ ТӘРБИӘЛӘЙ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Канондың тормошо иң тәүҙә ниндәй булған, һәм шунан ул нисек үҙгәргән?

  • Йәһүә, яратыу күрһәтеп, был ағай-ҡәрҙәшкә йыйылышҡа ҡайтырға нисек ярҙам иткән?

  • Йәһүәнең тәрбиәһен шатланып ҡабул ит

    Был осраҡ беҙҙе нимәгә өйрәтә?