Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Һуңғы көндәрҙең һуңғы көндәрендә әҙер бул

Һуңғы көндәрҙең һуңғы көндәрендә әҙер бул

Беҙ ахырызамандың иң һуңғы көндәрендә йәшәйбеҙ. Тимәк, афәттәр һәм ауырлыҡтар күбәйгәндән-күбәйәсәк (2Тм 3:1; Мт 24:8-гә ҡағылышлы тикшеренеү өсөн материал, nwtsty-TAT). Ғәҙәттә, тәбиғәт афәте булғанда, Йәһүәнең хеҙмәтселәре шунда уҡ күрһәтмәләр ала. Киләсәктәге афәттәрҙә иҫән ҡалыр өсөн, беҙгә бөгөн үк физик һәм рухи яҡтан әҙерләнергә һәм тыңлаусан булырға кәрәк (Лк 16:10).

  • Рухи яҡтан әҙерләнеү. Яҡшы рухи ғәҙәттәр үҫтер. Хеҙмәттең төрлө төрҙәрендә ҡатнаш. Афәт ваҡытында яныңда ҡәрҙәштәр булмаһа, паникаға бирелмә (Иш 30:15). Шуны иҫеңдә тот: һине бер нәмә лә Йәһүәнән һәм Ғайсанан айыра алмай (od-TAT 176 б., 15—17 абз.).

  • Физик яҡтан әҙерләнеү. Иң кәрәкле әйберҙәр тултырылған сумканан тыш, һәр ғаиләлә етерлек ризыҡ, һыу, дарыуҙар һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр булырға тейеш. Бәлки, беҙгә оҙаҡ ваҡыт өйҙән сыҡмайынса ултырырға тура килерҙер (Ғһ 22:3; g17.5-TAT 4, 6 бб.).

«ҺИН ТӘБИҒӘТ АФӘТЕНӘ ӘҘЕРҺЕҢМЕ?» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Тәбиғәт афәттәре башланмаҫ борон, беҙ рухи яҡтан нисек әҙерләнә алабыҙ?

  • Ни өсөн беҙгә...

    • телефон номерыбыҙ үҙгәрһә, уны өлкәндәргә әйтергә кәрәк?

    • иң кәрәкле әйберҙәр тултырылған сумканы әҙерләп ҡуйырға кәрәк?

    • йәшәгән еребеҙҙә ниндәй тәбиғәт афәттәре була алғаны һәм ундай хәлдә нисек эш итергә кәрәклеге хаҡында алдан һөйләшергә кәрәк?

  • Беҙ тәбиғәт афәттәренән зыян күргәндәргә ниндәй өс ысул менән ярҙам итә алабыҙ?

ҮҘЕҢДӘН ҺОРА: «Әҙерлек тураһында әйткәндә, COVID-19 пандемияһы миңә ниндәй һабаҡтар бирҙе?»