ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ОҪТАЛЫҒЫН ЯҠШЫРТАБЫҘ | ХЕҘМӘТТӘН ШАТЛЫҠ ТАП
Илһамланып өйрәт
Берәй нәмә тураһында илһамланып һөйләгәндә, был башҡаларға көслө йоғонто яһай. Бынан тыш, кешеләр әйткән һүҙҙәребеҙҙе иғтибарлыраҡ тыңлай. Илһамланып һөйләп, беҙ вәғәзләгән хәбәребеҙгә үҙебеҙ ҙә ышанабыҙ икәнен күрһәтәбеҙ. Мәҙәниәтебеҙгә, сығышыбыҙға һәм холҡобоҙға ҡарамаҫтан, беҙ илһамланып һөйләргә өйрәнә алабыҙ (Рм 12:11). Бының өсөн нимә эшләргә кәрәк?
Беренсенән, әйтергә йыйынған хәбәреңдең мөһимлеге тураһында уйлан. Онотма: Йәһүә беҙгә башҡаларға һөйөнөслө хәбәрҙе иғлан итеү йөкләмәһен ышанып тапшырған! (Рм 10:15). Икенсенән, әйткән һүҙҙәрең тыңлаусыларыңа ниндәй файҙа килтерәсәген күҙ алдына килтер. Һин һөйләгән һөйөнөслө хәбәр уларҙың тормошон ҡотҡара ала бит! Улар ысынлап та был хәбәргә мохтаж (Рм 10:13, 14). Өсөнсөнән, тәбиғи ишаралар ҡулланып, ихлас йөҙ менән ашҡынып һөйлә.
«ШӘКЕРТТӘР ӘҘЕРЛӘҮ ЭШЕНӘН ШАТЛЫҠ ТАБЫҒЫҘ. ОҪТАЛЫҒЫҒЫҘҘЫ ЯҠШЫРТЫҒЫҘ: ИЛҺАМЛАНЫП ӨЙРӘТЕГЕҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
-
Ни өсөн Джейд менән өйрәнеү Нитаға шатлыҡ килтермәй башлай?
-
Нитаға ҡабат илһамланып китергә нимә ярҙам итә?
-
Ни өсөн беҙгә тыңлаусыларыбыҙҙың ыңғай сифаттарына иғтибарыбыҙҙы тупларға кәрәк?
-
Илһам менән һөйләүебеҙ башҡаларға, шул иҫәптән өйрәнеүселәребеҙгә нисек тәьҫир итә ала?