МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО
Теләктәреңде йүгәнләй бел
Камил булмағанға, беҙгә теләктәребеҙҙе һәр ваҡыт йүгәнләргә кәрәк. Әгәр ҙә теләктәребеҙгә ирек бирһәк, Йәһүәнең хуплауын юғалтыуыбыҙ ихтимал. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр тәмле итеп ашауҙы, матур итеп кейенеүҙе һәм бөтә уңайлыҡтары булған йортта йәшәүҙе Аллаға ҡарағанда нығыраҡ ярата. Ә башҡалар иһә, үҙҙәренең енси теләктәрен ҡәнәғәтләндерер өсөн, Алланың нормаларын боҙа (Рм 1:26, 27). Ә кемдер, кешеләргә ярайым һәм улар араһында үҙ кеше булып китәйем тип, уларҙың баҫымына бирелә (Сғ 23:2).
Теләктәребеҙҙе нисек йүгәнләргә өйрәнергә? Уйҙарыбыҙҙы рухи нәмәләргә йүнәлтер өсөн, бар көсөбөҙҙө һалырға кәрәк (Мт 4:4). Шулай уҡ Йәһүәнән теләктәребеҙҙе контроль аҫтында тоторға ярҙам итеүен ялбарып һорарға кәрәк. Сөнки ул беҙҙең өсөн нимә яҡшыраҡ икәнен һәм дөрөҫ теләктәребеҙҙе нисек ҡәнәғәтләндерергә икәнен белә (Зәб 145:16).
«ТӘМӘКЕ ТАРТМА, ТӨТӨНГӘ БАТМА!» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
-
Ни өсөн кешеләр тәмәке тарта?
-
Тәмәке тартыу һаулыҡҡа нисек тәьҫир итә?
-
Ни өсөн ябай тәмәке лә, электрон тәмәке лә зыянлы? (2Кр 7:1).
-
Тәмәкенән нисек баш тартырға һәм, инде тартһаң, бынан нисек арынырға?