МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО
«Мөхәббәт... һәр саҡ өмөтләнә»
Беҙҙе мөхәббәт йөрөтә. Шуға күрә беҙ ҡәрҙәштәребеҙҙең дөрөҫ һайлау яһаясағына өмөтләнәбеҙ (1Кр 13:4, 7). Мәҫәлән, берәй ҡәрҙәшебеҙ гонаһ ҡылһа һәм уға ҡарата төҙәтеү сараһы ҡулланылһа, беҙ уның шул төҙәтеүҙе ҡабул итеренә өмөтләнәбеҙ. Беҙ имандары көсһөҙ булған ҡәрҙәштәргә ҡарата түҙемле һәм уларҙы нығытырға тырышабыҙ (Рм 15:1). Берәйһе йыйылыштан китһә, уның кире ҡайтырына өмөтләнәбеҙ (Лк 15:17, 18).
«ЫСЫН МӨХӘББӘТ БЕР ҠАСАН ДА ӨМӨТӨН ӨҘМӘЙ ИКӘНЕН ИҪТӘ ТОТОҒОҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
-
Абинир ниндәй аҙым яһаған һәм ни өсөн?
-
Дауыт һәм Йоһаб Абинирҙың үтенесенә нисек ҡараған?
-
Ни өсөн беҙ ҡәрҙәштәребеҙҙең дөрөҫ ҡарар ҡабул итеренә өмөтөбөҙҙө өҙөргә тейеш түгел?