МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО
«Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китапты ҡулланып, Йәһүәгә һәм Ғайсаға иман үҫтер
Аллаға дуҫ булыр өсөн, өйрәнеүсегә ныҡлы иман үҫтерергә кәрәк (Ев 11:6). «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китап ярҙамында беҙ уларға был маҡсатҡа ирешергә ярҙам итә алабыҙ. Унда төп аяттар, логикаға нигеҙләнгән фекерләүҙәр, ентекләп уйланылған һорауҙар, дәртләндергес видеояҙмалар һәм матур рәсемдәр килтерелә. Өйрәнеүсегә мәсихсегә хас булған сифаттар үҫтерергә һәм Алла менән дуҫлашырға ярҙам иткәндә, беҙ, утҡа сыҙам материалдан төҙөйбөҙ, тип әйтеп була (1Кр 3:12—15).
Ҡайһы бер кешеләргә күҙгә күренмәгән Алла менән дуҫлашыуы ауыр. Шуға күрә беҙгә уларға Йәһүә тураһында белергә һәм уға ышанырға ярҙам итергә кәрәк.
«„ҺИН МӘҢГЕ ЙӘШӘЙ АЛАҺЫҢ!“ ТИГӘН КИТАП ЯРҘАМЫНДА ЙӘҺҮӘГӘ ИМАН ҮҪТЕР» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
-
Апай-ҡәрҙәштең өйрәнеүгә яҡшы итеп әҙерләнгәне нимәнән күренә?
-
Ул өҫтәмә һәм ентекләп уйланылған һорауҙар ярҙамында өйрәнеүсенең иғтибарын нисек Ишағыя 41:10, 13-тәге төп фекерҙәргә йүнәлтте һәм уны үҙ хистәре менән нисек бүлешергә дәртләндерҙе?
-
Өйрәнеүсегә видеояҙма һәм аяттар нисек тәьҫир итте?
Күп кенә кеше йолом темаһын аңлап бөтмәй йәки йоломдоң шәхсән үҙҙәре өсөн бирелгән бүләк икәненә төшөнмәй (Гл 2:20). Шуға күрә беҙгә кешеләргә Мәсихтең йолом ҡорбанына иман итергә ярҙам итергә кәрәк.
«„ҺИН МӘҢГЕ ЙӘШӘЙ АЛАҺЫҢ!“ ТИГӘН КИТАП ЯРҘАМЫНДА ҒАЙСАҒА ИМАН ҮҪТЕР» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
-
Ағай-ҡәрҙәштең өйрәнеүгә яҡшы итеп әҙерләнгәне нимәнән күренә?
-
Ул, өйрәнеүсегә ярҙам итер өсөн, «Өҫтәмә мәғлүмәт» тигән рамкалағы материалды нисек ҡулланды?
-
Ни өсөн өйрәнеүсенең рухи үҫешендә доға мөһим роль уйнай?