МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО
Һин халыҡ сыуалыштарына әҙерһеңме?
Был донъяның ахыры яҡынайған һайын, сыуалыштар, теракттар һәм һуғыштар күберәк булыр, тип көтөү урынлы (Ас 6:4). Был ваҡиғаларға нисек әҙерләнергә?
-
Рухи запастар. Йәһүәгә һәм уның ойошмаһына иманыңды нығытҡан һәм нейтралитет һаҡларға ярҙам иткән Изге Яҙмалағы принциптарҙы һәм хикәйәләрҙе тап (Ғһ 12:5; jr-U 125—126 бб., 23, 24 абз.). Тап хәҙер ҡәрҙәштәр менән дуҫлыҡ ептәрен нығытырға кәрәк (1Пт 4:7, 8).
-
Физик запастар. Боларыш үтеп киткәнсе өйҙә ултырырға тура килһә, нимә эшләргә икәнен алдан планлаштыр. Кәрәк-яраҡ һәм аҙыҡ-түлек запастарын әҙерләп ҡуй. Шулай уҡ эвакуация планын әҙерлә. Иң кәрәкле әйберҙәр тултырылған сумкала шәхси һаҡланыу саралары (мәҫәлән, медицина битлектәре, бирсәткәләр) һәм аҡса бармы икәнен тикшер. Өлкәндәр менән нисек бәйләнешкә инергә икәнен бел, һәм уларҙа телефон номерыңдың булыуын хәстәрлә (Иш 32:2; g17.5-TAT 3—7 бб.).
Сыуалыш ваҡытында рухи график тәртибен һаҡла (Фп 1:10). Ышыҡ урындан сыҡма. Эвакуация ваҡытында ғына ышыҡ урынды ҡалдырып китергә була (Мт 10:16). Башҡалар менән ризыҡ запасыңды бүлеш (Рм 12:13).
«ҺЕҘ АФӘТТӘРГӘ ӘҘЕРМЕ?» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
-
Афәт ваҡытында Йәһүә беҙгә нисек ярҙам итә?
-
Әҙерләнер өсөн, беҙ нимә эшләй алабыҙ?
-
Афәттән зыян күргәндәргә беҙ нисек ярҙам итә алабыҙ?