МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО
«Мөхәббәт... һауаланмай»
Мөхәббәт баҫалҡы булырға ярҙам итә (1Кр 13:4). Әгәр беҙ ҡәрҙәштәрҙе ысын күңелдән яратһаҡ, үҙебеҙҙе уларҙан өҫтөн ҡуймаҫбыҙ. Башҡаларҙа тик яҡшыны ғына күрербеҙ һәм уларға ярҙам итер өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләрбеҙ (Фп 2:3, 4). Ундай яратыуҙы күберәк сағылдырған һайын, Йәһүә беҙҙе үҙ ниәтен башҡарыуҙа күберәк ҡуллана аласаҡ.
«ЫСЫН МӨХӘББӘТ ҺАУАЛАНМАЙ ИКӘНЕН ИҪТӘ ТОТОҒОҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
-
Әбессәләмдең ниндәй яҡшы яҡтары булған?
-
Уның үҙенә бирелгәндәрҙе дөрөҫ ҡулланмағаны нимәнән күренгән?
-
Нисек ғорурлыҡҡа бирелмәҫкә? (Гл 5:26).