МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО
Вәғәздә яңы ғына булып үткән ваҡиғаларҙы телгә ал
Ғайса вәғәздә, кешеләрҙе берәй мөһим нәмәгә өйрәтер өсөн, яңы ғына булып үткән ваҡиғаларҙы телгә алған (Лк 13:1—5). Һин дә, кешеләрҙә Батшалыҡ хәбәренә ҡыҙыҡһыныу уятыр өсөн, булып ятҡан ваҡиғаларға иғтибар итә алаһың. Мәҫәлән, әйберҙәргә хаҡ артҡаны тураһында, афәттәр, сыуалыштар, наркомания йә башҡа берәй төрлө проблема хаҡында әйт. Шунан һуң кешене уйланырға этәргән һорау бир. Былай тип һорарға була: «Һеҙҙеңсә, ҡасан да булһа был... бөтөрмө?» йә «...проблемаһын нисек хәл итеп була?» Аҙаҡ Изге Яҙманан һөйләшкән темаға бәйле булған берәй аят уҡы. Кешегә ҡыҙыҡ булһа, уға видеояҙма күрһәт йә өйрәтеү ҡоралдарынан берәй әҙәбиәт тәҡдим ит. Территориябыҙҙа йәшәгән кешеләрҙең йөрәгенә үтеп инер өсөн, әйҙә, «Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу хаҡына» көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләйек! (1Кр 9:22, 23).
Һеҙҙең территорияғыҙҙа йәшәгән кешеләрҙе ниндәй темалар ҡыҙыҡһындыра ала?