МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО
Үҙеңде мөртәттәрҙән яҡла
Шайтан һәм уның йоғонтоһо аҫтында булған кешеләр, иманыбыҙҙы емерер өсөн, йыш ҡына хәҡиҡәткә ялған ҡатыштыра (2Кр 11:3). Мәҫәлән, ассирийҙар, Йәһүә халҡының рухын төшөрөр өсөн, ярым-яртылаш дөрөҫлөктө әйткән һәм ап-асыҡ ялған һөйләгән (2Йыл 32:10—15). Бөгөн дә мөртәттәр шуға оҡшаш ысулдар ҡуллана. Уларҙың тәғлимәттәренә нисек ҡарарға? Үлемесле ағыуға ҡарағандай ҡарарға! Уларҙың нимә яҙғандарын бер ҡасан да уҡыма, уларға яуап бирмә һәм тәғлимәттәрен таратма. Йәһүәгә һәм уның ойошмаһына ҡарата шиктәр тыуҙырыу маҡсаты менән булдырылған мәғлүмәтте тиҙ айырырға өйрән. Ундай мәғлүмәтте ишетһәң, шунда уҡ эш итә һал! (Йәһ 3, 4).
«ИМАНДЫ ЯҠЛАП АЛЫП ҠАЛЫҒЫҘ!» (ӨҘӨК) ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ЯУАП БИР:
-
Аралашыу сайттарына инһәк, ни өсөн беҙгә һаҡ булырға кәрәк?
-
Римдарға 16:17-ләге кәңәш буйынса нисек эш итергә?