Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Изге Яҙманың аудиояҙмаларын тыңлайһыңмы?

Изге Яҙманың аудиояҙмаларын тыңлайһыңмы?

Изге Яҙма аудиояҙмаларының үҙенсәлеге ниндәй? Яңынан ҡарап сығылған «Яңы донъя» тәржемәһенең аудиояҙмалары әкренләп кенә күп телдәрҙә сығарыла бара. Аудиояҙмаларҙың үҙенсәлектәренең береһе — ул Изге Яҙмалағы һәр персонаж өсөн айырым тауыш ҡулланылыуы. Изге Яҙмалағы хәбәр теүәл еткерелһен өсөн, уҡыусылар ундағы һүҙҙәрҙе тейешле баҫым һәм дөрөҫ хис-тойғолар менән уҡый.

Изге Яҙманың аудиояҙмаларын тыңлау ниндәй файҙа килтерә? Күптәр әйтеүенсә, Изге Яҙманың аудиояҙмаларын йыш тыңлағанда, Алла Һүҙе йәнләнеп китә. Һәр персонаж өсөн айырым тауыш ҡулланылғанға, улар Изге Яҙмалағы ваҡиғаларҙы яҡшыраҡ күҙ алдына килтерә ала һәм унда яҙылғандарҙы асығыраҡ аңлай ала (Ғһ 4:5). Шулай уҡ, күп кенә ҡәрҙәштәрҙең иҫәпләүенсә, Изге Яҙманың аудиояҙмаларын тыңлау тынғыһыҙлыҡ тойғоһон баҫа (Зәб 94:19).

Алла Һүҙен тыңлау тормошобоҙға бик ҙур йоғонто яһай ала (2Йыл 34:19—21). Изге Яҙманың аудиояҙмалары һин аңлаған телдә тулыһынса йә өлөшләтә булһа, уларҙы даими рәүештә тыңлай алыр инеңме?

«ИЗГЕ ЯҘМАНЫҢ АУДИОЯҘМАЛАРЫН ЭШЛӘҮ» (ӨҘӨК) ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ЯУАП БИР:

Изге Яҙманың аудиояҙмаларын булдырыу эше тураһында әйткәндә, һине нимә таң ҡалдырҙы?