МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО
Әңгәмә башларға ҡурҡма
Төрлө ҡыҙыҡлы темаларға ҡоролған әңгәмә — һөйөнөслө хәбәр менән уртаҡлашыуҙың иң уңышлы һәм шатлыҡлы ысулдарының береһе. Әммә, һөйләшеүҙе Изге Яҙмаға нисек бороп ебәрермен икән, тип борсолһаҡ, кеше менән әңгәмә башлау ҡурҡыттырырға мөмкин. Нимә әйтермен, тип ҡайғырыр урынына әңгәмәсеңә ихлас ҡыҙыҡһыныу күрһәт (Мф 22:39; Фп 2:4). Әңгәмә барышында иманың тураһында һөйләп бирергә мөмкинлек тыуһа, хеҙмәт өсөн тәғәйенләнгән ҡоралдарҙың береһен ҡулланырға була.
Түбәндә килтерелгән ҡоралдар һиңә әңгәмәне дауам итергә һәм һөйөнөслө хәбәр менән бүлешергә нисек ярҙам итә ала?
«„ТИМЕР ТИМЕРҘЕ ҠАЙРАЙ“. ӘҢГӘМӘНЕ НИСЕК БАШЛАРҒА?» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ЯУАП БИР:
Ниндәй өс аҙым әңгәмәне оҫта итеп башларға ярҙам итә ала?