АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР
Йәһүә — «етемдәрҙең атаһы»
Йыл һайын күп кенә йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар Йәһүәнең дуҫы булып китергә ҡарар итә (Зәб 110:3). Йәһүәгә хеҙмәт итһәң, онотма: ул һинең хаҡта наҙлы итеп ҡайғырта. Ул һинең ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡаныңды бик яҡшы белә һәм һиңә бөтә яҡтан да ярҙам итергә әҙер. Атайһыҙ йә әсәйһеҙ үҫһәң, шуны иҫеңдә тот: Йәһүә — «етемдәрҙең атаһы» (Зәб 68:5). Ғаиләңдә ниндәй генә шарттар булһа ла, Йәһүәнең кәңәштәре ярҙамында һин уға тоғро була алаһың (1Пт 5:10).
«ҺЕҘ ИМАН ӨСӨН КӨРӘШТӘ УҢЫШЛЫ БУЛА АЛАҺЫҒЫҘ. ТУЛЫ БУЛМАҒАН ҒАИЛӘЛӘ ҮҪҺӘГЕҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ЯУАП БИР:
-
Тамми, Чарлз һәм Джимми өлгөһөнән нимәгә өйрәнеп була?
-
Зәбур 27:10-дағы һүҙҙәр тулы булмаған ғаиләлә үҫкәндәрҙе нимәгә ышандыра?