Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР

«Аллағыҙ Йәһүәгә иман итегеҙ»

«Аллағыҙ Йәһүәгә иман итегеҙ»

Хәүеф янағанда, Иосафат һәм Йәһүҙә халҡы Йәһүәгә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән (2Йыл 20:12, 13; w14-TAT 15/12 23 б., 8 абз.).

Йәһүә үҙ халҡын тынысландырған һәм аныҡ күрһәтмәләр биргән (2Йыл 20:17).

Йәһүә үҙ хеҙмәтселәрен ҡотҡарған, сөнки улар уға иман иткән (2Йыл 20:21, 22, 27; w21.11 16 б., 7 абз.).

Гог бөйөк афәт ваҡытында Алла халҡына һөжүм иткәндә, Йәһүәгә иман иткән һәм уның вәкилдәренә ышанған кешеләр бер нәмәнән дә ҡурҡмаясаҡ (2Йыл 20:20).