МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО
Һин иҡтисади көрсөккә әҙерһеңме?
Донъяла иҡтисади хәлдең тотороҡһоҙ булыуы беҙҙе бер ҙә ғәжәпләндермәй. Ни өсөн? Сөнки беҙ был замандың һуңғы көндәрендә йәшәйбеҙ. Изге Яҙма беҙҙе «ышанысһыҙ байлыҡҡа» таянмаҫҡа өйрәтә (1Тм 6:17; 2Тм 3:1). Иҡтисади көрсөк була ҡалһа, Иосафат батшаның өлгөһө беҙгә был көрсөккә әҙер булырға нисек ярҙам итә ала?
Иосафатҡа дошмандар ҡаршы сыҡҡанда, ул Йәһүәгә таянған (2Йыл 20:9—12). Ул шулай уҡ, халыҡты яҡлар өсөн, алдан уҡ саралар күргән, мәҫәлән, ҡалаларҙы нығытҡан һәм унда ғәскәрҙәр урынлаштырған (2Йыл 17:1, 2, 12, 13). Иосафаттан өлгө алып, беҙгә лә, ауыр ваҡыттарға әҙерләнер өсөн, Йәһүәгә таянырға һәм билдәле аҙымдар яһарға кәрәк.
«ҺЕҘ АФӘТТӘРГӘ ӘҘЕРМЕ?» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ЯУАП БИР:
-
Беҙ афәткә нисек әҙерләнә алабыҙ?
-
Башҡаларға ярҙам итер өсөн беҙ нисек әҙерләнә алабыҙ?