Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

20—26 май

ЗӘБУР 40, 41

20—26 май

102-се йыр һәм доға | Инеш һүҙ (1 мин.)

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР

1. Ни өсөн беҙ башҡаларға ярҙам итергә теләйбеҙ?

(10 мин.)

Башҡаларға ярҙам иткәндә, беҙ бәхетлерәк булып китәбеҙ (Зәб 41:1; w18.08 22 б., 16—18 абз.).

Йәһүә башҡаларға ярҙам ҡулы һуҙғандарға ярҙам итә (Зәб 41:2—4; w15-TAT 15/12 24 б., 7 абз.).

Башҡаларға ярҙам итеп, беҙ Йәһүәне данлайбыҙ (Зәб 41:13; Ғһ 14:31; w17.09 12 б., 17 абз.).

ҮҘЕГЕҘҘӘН ҺОРАҒЫҘ: «Йыйылышта мин кемде JW Library ҡушымтаһы менән яҡшыраҡ ҡулланырға өйрәтә алыр инем?»

2. Рухи ынйылар

(10 мин.)

  • Зәб 40:5—10. Ошо аяттар буйынса, Йәһүәне үҙебеҙҙең Хакимыбыҙ итеп таныуыбыҙ беҙҙе нимә эшләргә дәртләндерә? (it-1-U 896 б., 3 абз.).

  • Был аҙнала Изге Яҙманы уҡып, һеҙ ниндәй рухи ынйылар таптығыҙ?

3. Изге Яҙманы уҡыу

ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ОҪТАЛЫҒЫН ЯҠШЫРТАБЫҘ

4. Һөйләшеү башлағыҙ

(3 мин.) ОСРАҠЛЫ ВӘҒӘЗ. Бәхетле булып күренгән кеше менән һөйләшеү (lmd 2-се дәрес, 3-сө пункт).

5. Һөйләшеү башлағыҙ

(4 мин.) ОСРАҠЛЫ ВӘҒӘЗ. Моңһоу булып күренгән кеше менән һөйләшеү (lmd 3-сө дәрес, 5-се пункт).

6. Шәкерттәр әҙерләгеҙ

(5 мин.) lff 14-се дәрес, 6-сы пункт. Өйрәнеүсе йыйылыш осрашыуында ҡатнашырға ҡыймай. Уның менән «Йәһүәне йыйылышта данлағыҙ» тигән мәҡәләнән берәй фекерҙе ҡарап сыҡ. Был мәҡәләгә һылтанманы lff-та «Өҫтәмә мәғлүмәт» тигән рамкала табып була (th 19-сы дәрес).

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

138-се йыр

7. Ололарға игелек эшләгеҙ

(15 мин.). Фекер алышыу.

Йәһүә оло йәштәге ҡәрҙәштәрҙең йыйылыш хаҡына эшләгәндәрен бик ҡәҙерләй, беҙ ҙә уларҙың тырышлыҡтарын юғары баһалайбыҙ (Ев 6:10). Күп йылдар дауамында улар имандаштарын өйрәтеп, рухландырып торған. Моғайын, һеҙ ҙә уларҙың үҙегеҙгә нисек ярҙам иткәнен хәтерләйһегеҙҙер. Уларҙың һалған тырышлыҡтары өсөн рәхмәтебеҙҙе нисек белдерергә?

«Имандаштарға игелек эшләгеҙ» тигән ВИДЕОЯҘМАНЫ күрһәт. Шунан һуң тыңлаусыларыңдан һора:

  • Джи Хун ҡәрҙәш Кан Хо Джин ҡәрҙәштән нимәгә өйрәнгән?

  • Йыйылышығыҙҙағы оло йәштәге ҡәрҙәштәрҙе ни өсөн ҡәҙерләйһегеҙ?

  • Игелекле Самария кешеһе тураһындағы хикәйә беҙҙе нимәгә өйрәтә?

  • Нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн Джи Хун ҡәрҙәштең, Кан Хо Джин ҡәрҙәшкә ярҙам итергә барғанда, үҙе менән башҡа ҡәрҙәштәрҙе лә алыуы яҡшы булған?

Оло йәштәге ҡәрҙәштәребеҙҙең нимәгә мохтаж булғандары тураһында уйланһаҡ, уларға ярҙам итер өсөн күп мөмкинлектәр табырбыҙ. Берәйһенең ярҙамға мохтаж булғанын абайлаһағыҙ үҙ яғығыҙҙан нимә эшләй алғанығыҙ тураһында уйлағыҙ (Яҡ 2:15, 16).

Тыңлаусыларыңдан Галаттарға 6:10-ды уҡыуын һора. Шунан ошо һорауҙы бир:

  • Һәр беребеҙ йыйылыштағы оло ҡәрҙәштәргә нисек игелек эшләй ала?

8. Йыйылыш менән Изге Яҙманы өйрәнеү

Йомғаҡлау һүҙе (3 мин.) | 8-се йыр һәм доға