Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

27 май — 2 июнь

ЗӘБУР 42—44

27 май — 2 июнь

86-сы йыр һәм доға | Инеш һүҙ (1 мин.)

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР

1. Алланың өйрәтеүенән тулыһынса файҙаланығыҙ

(10 мин.)

Йәһүәгә башҡалар менән бергә, мөмкинлек булһа, йөҙгә-йөҙ осрашып, ғибәҙәт ҡылығыҙ (Зәб 42:4, 5; w06-TAT 1/6 31 б., 1 абз.).

Алланың Һүҙен өйрәнер алдынан доға ҡылығыҙ (Зәб 42:8; w12-TAT 15/1 15 б., 2 абз.).

Ни генә эшләһәгеҙ ҙә, Изге Яҙмалағы принциптарға таянып эш итегеҙ (Зәб 43:3).

Йәһүәнең өйрәтеүе беҙгә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға һәм Аллаға тоғро булып ҡалырға ярҙам итә (1Пт 5:10; w16.09 9, 10 бб., 11, 12 абз.).

2. Рухи ынйылар

(10 мин.)

  • Зәб 44:19. «Шакалдар йәшәгән ер» тигән һүҙҙәр, күрәһең, нимәне аңлата? (it-2-U 1224 б., 4 абз.).

  • Был аҙнала Изге Яҙманы уҡып, һеҙ ниндәй рухи ынйылар таптығыҙ?

3. Изге Яҙманы уҡыу

ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ОҪТАЛЫҒЫН ЯҠШЫРТАБЫҘ

4. Һөйләшеү башлағыҙ

(4 мин.) ӨЙҘӘН-ӨЙГӘ ЙӨРӨП ВӘҒӘЗЛӘҮ. Изге Яҙма өйрәнеүен тәҡдим ит (lmd 5-се дәрес, 5-се пункт).

5. Ҡыҙыҡһыныу үҫтерегеҙ

(5 мин.) ӨЙҘӘН-ӨЙГӘ ЙӨРӨП ВӘҒӘЗЛӘҮ. Кешене яҡын аралағы асыҡ телмәргә саҡыр. Әңгәмәсеңдең иғтибарын «Батшалыҡ залына рәхим итегеҙ!» тигән видеояҙмаға йүнәлт һәм уның буйынса фекер алыш (lmd 7-се дәрес, 5-се пункт).

6. Телмәр

(3 мин.) lmd 1-се ҡушымта, 4-се пункт. Тема: «Бөтә кешенең дә сәләмәтлеге камил буласаҡ» (th 2-се дәрес).

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

21-се йыр

7. Эшкә һәм белем алыуға ҡағылышлы аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итегеҙ

(15 мин.). Фекер алышыу.

Йәш ҡәрҙәштәр, мәктәпте тамамлағандан һуң нимә эшләргә йыйынаһығыҙ? Был хаҡта уйланғанығыҙ бармы? Бәлки, һеҙ пионер хеҙмәтендә ҡатнашырға мөмкинлек биргән эште инде тапҡанһығыҙҙыр. Йә, бәлки, һеҙ тәүҙә кәрәкле оҫталыҡтарға эйә булырға, шулай уҡ сертификат йә диплом алырға ярҙам иткән берәй курстар үтергә булырһығыҙ. Йәш саҡ — ул ҡыҙыҡлы мәл, әммә шул уҡ ваҡытта тормошоғоҙҙоң еңел булмаған осоро. Бәлки, һеҙгә, варианттар күп булғанға, һайлау яһауы ауырҙыр йә, башҡалар минең һайлауыма нисек ҡарар икән, тип борсолаһығыҙҙыр. Һеҙгә аҡыллы ҡарар ҡабул итергә нимә ярҙам итер?

Тыңлаусыларыңдан Матфай 6:32, 33-тө уҡыуын һора. Шунан ошо һорауҙарҙы бир:

  • Эш һәм белем алыуға ҡағылышлы ҡарарҙар ҡабул итер алдынан ни өсөн тәүҙә конкрет рухи маҡсаттар ҡуйыу яҡшы булыр ине?

  • Ата-әсәләр балаларына Матфай 6:32, 33-тәге һүҙҙәр буйынса эш итергә нисек ярҙам итә ала? (Зәб 78:4—7).

Һаҡ булығыҙ, бай йә күренекле булып китеү теләге ҡарарығыҙға тәьҫир итмәһен (1Ях 2:15, 17). Иҫтә тотоғоҙ: аҡсаһы күп булған кешегә Алла Батшалығын беренсе урынға ҡуйыу ауыр булырға мөмкин (Лк 18:24—27). Кешенең төп маҡсаты күберәк аҡса эшләү булһа, ул рухи яҡтан үҫә алмаҫ (Мф 6:24; Мк 8:36).

«Оҙайлы булмаған нәмәләргә таянма! Байлыҡ» тигән ВИДЕОЯҘМАНЫ күрһәт. Шунан һуң тыңлаусыларыңдан һора:

  •   Ғибрәтле һүҙҙәр 23:4, 5-тәге кәңәш нисек һеҙгә аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итер?

8. Йыйылыш менән Изге Яҙманы өйрәнеү

Йомғаҡлау һүҙе (3 мин.) | 47-се йыр һәм доға