6—12 май
ЗӘБУР 36, 37
87-се йыр һәм доға | Инеш һүҙ (1 мин.)
1. «Яман кешеләр арҡаһында күңелһеҙләнмә»
(10 мин.)
Беҙ яуыз кешеләр арҡаһында ғазап сигәбеҙ (Зәб 36:1—4; w17.04 10 б., 4 абз.).
Яман кешеләргә асыу тотоп, беҙ үҙебеҙгә зыян килтерәбеҙ (Зәб 37:1, 7, 8; w22.06 10 б., 10 абз.).
Йәһүәнең вәғәҙәләренә ышаныу беҙгә күңел тыныслығы бирә (Зәб 37:10, 11; w17.04 10—11 бб., 5, 6 абз.).
ҮҘЕГЕҘҘӘН ҺОРАҒЫҘ: «Көс ҡулланыу һәм аяуһыҙлыҡ тураһындағы яңылыҡтарҙы ҡарауға йә уҡыуға сиктән тыш күп ваҡыт бүлмәйемме?»
2. Рухи ынйылар
(10 мин.)
-
Зәб 36:6. Мәҙхиә йырлаусы Алланың тәҡүәлеген «мөһабәт тауҙар» [йәки «Алла тауҙары», төш.] менән сағыштырғанда, күрәһең, нимәне күҙ уңында тотҡан? (it-1-U 505 б., 4 абз.).
-
Был аҙнала Изге Яҙманы уҡып, һеҙ ниндәй рухи ынйылар таптығыҙ?
3. Изге Яҙманы уҡыу
(4 мин.) Мф 23:23—39 (th 10-сы дәрес).
4. Һөйләшеү башлағыҙ
(3 мин.) ӨЙҘӘН-ӨЙГӘ ЙӨРӨП ВӘҒӘЗЛӘҮ (lmd 1-се дәрес, 5-се пункт).
5. Ҡыҙыҡһыныу үҫтерегеҙ
(4 мин.) ОСРАҠЛЫ ВӘҒӘЗ. Элек Изге Яҙма өйрәнеүенән баш тартҡан кешегә өйрәнеү тәҡдим ит (lmd 9-сы дәрес, 4-се пункт).
6. Телмәр
(5 мин.) ijwbv-TAT 45. Тема: «Зәбур 37:4-тәге һүҙҙәр нимәне аңлата?» (th 13-сө дәрес).
33-сө йыр
7. Һеҙ афәттәргә әҙерме?
(15 мин.). Фекер алышыу.
Бөтә донъя буйлап йыш ҡына тәбиғәт афәттәре һәм техноген һәләкәттәр булып тора. Бының арҡаһында күп кенә кеше, шул иҫәптән беҙҙең ҡәрҙәштәребеҙ ҙә, яҡындарын йә мөлкәттәрен юғалта (Зәб 9:9, 10). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ысынбарлыҡ шундай: афәт көтмәгәндә башлана ала. Шуға күрә беҙгә әҙер булырға кәрәк.
Афәт ваҡытында иҫән ҡалырға ярҙам иткән запастар әҙерләп ҡуйырға кәрәк a. Тағы ла нимәне иҫтә тотоу мөһим?
-
Уй-фекерҙәрегеҙҙе әҙерләгеҙ. Беҙгә афәттәр булып торғанын танырға кәрәк. Ундай хәл була ҡалһа, нимә эшләйәсәгегеҙ тураһында алдан уйланығыҙ. Күңелегеҙ мал-мөлкәткә сиктән тыш бәйле булмаһын. Шул саҡта һеҙ ауыр мәлдәрҙә аҡыл менән эш итә алырһығыҙ һәм иғтибарығыҙҙы мөлкәтте түгел, ә үҙегеҙҙең һәм башҡаларҙың ғүмерен ҡотҡарыуға туплай алырһығыҙ (Бш 19:16; Зәб 36:9). Был шулай уҡ һеҙгә, афәт ваҡытында мөлкәтегеҙҙе юғалтһағыҙ, ҡайғыға батмаҫҡа ярҙам итер (Зәб 37:19).
-
Рухи яҡтан әҙерләнегеҙ. Йәһүәнең һеҙҙең хаҡта ҡайғырта алғанына һәм быны эшләргә теләгәненә ныҡлы ышаныс үҫтерегеҙ (Зәб 37:18). Гел дә иҫегеҙҙә тотоғоҙ: Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренә, хатта улар үҙҙәрендә булғандың барыһынан мәхрүм булһа ла, йүнәлеш биреп, ярҙам итеп торасаҡ (Ир 45:5; Зәб 37:23, 24).
Йәһүәнең үҙ вәғәҙәләрен үтәйәсәгенә шикләнмәһәк, ул беҙҙең өсөн «ҡайғы-хәсрәт ваҡытында» ҡәлғә булыр (Зәб 37:39).
«Һеҙ афәттәргә әҙерме?» тигән ВИДЕОЯҘМАНЫ күрһәт. Шунан һуң тыңлаусыларыңдан һора:
-
Йәһүә афәттәр ваҡытында нисек ярҙам итә?
-
Афәттәргә нисек әҙерләнергә?
-
Афәттән зыян күргәндәргә нисек ярҙам итергә?
8. Йыйылыш менән Изге Яҙманы өйрәнеү
(30 мин.) bt-TAT 9-сы бүлек, 8—16 абз.