МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Сайтыбыҙҙы нисек ҡулланырға?
ШӘХСИ ӨЙРӘНЕҮ ВАҠЫТЫНДА:
-
Изге Яҙманы һәм көндәлек шиғырҙы уҡы
-
«Йыллыҡ баҫма»ны, ай һайын сыға торған брошюраларҙы һәм башҡа баҫмаларҙы уҡы
-
Йыйылыш осрашыуҙарына әҙерлән һәм яуаптарҙы табып аҫтына һыҙып ҡуй
-
Видеояҙмаларҙы ҡара
ЙЫЙЫЛЫШ ОСРАШЫУҘАРЫНДА:
-
Докладсы иғтибар иткән шиғырҙарҙы табып уҡы. Изге Яҙмалағы шиғырҙарға кире ҡайтыр өсөн, «Тарих» тигән функцияны ҡуллан
-
Йыйылыш осрашыуҙарына күп төрлө баҫтырылған баҫмаларҙы килтерер урынына, алдан уҡ кәрәкле материалды күсереп алып, мобиль яйланманы ҡуллан. Сайтыбыҙҙа баҫтырылған йыр китабында әлегә булмаған яңы йырҙар ҙа бар
ХЕҘМӘТТӘ:
-
Ҡыҙыҡһынған кешегә мобиль яйланманан берәй баҫманы күрһәт һәм, шул баҫманы уға электрон форматта ебәрер өсөн, электрон адресын һорап ал
-
Изге Яҙмалағы шиғырҙы табыр өсөн, «Эҙләү» тигән функцияны ҡуллан. Бының өсөн эҙләү юлына тейешле һүҙҙе йә һүҙбәйләнеште яҙ
-
Видеояҙма күрһәт. Фатир хужаһының балалары булһа, «Йәһүәнең дуҫы бул» тигән йәнһүрәттәрҙең береһен күрһәт. Кешелә Изге Яҙманы өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыр өсөн, «Ни өсөн Изге Яҙмаларҙы өйрәнергә кәрәк?» тигән видеояҙманы күрһәтеп була. Сит ил кешеһенә берәй видеояҙманы уның туған телендә күрһәт
-
Кешегә берәй шиғырҙы уның туған телендә күрһәтер өсөн, шул телдәге Изге Яҙманы үҙеңә алдан уҡ күсереп ал