АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | ЗӘБУР 1—10
Йәһүә менән татыу мөнәсәбәттәр булдырыр өсөн, Ғайса Мәсихте хөрмәт итергә кәрәк
Йәһүәгә һәм Ғайсаға ҡарата дошманлыҡ мөнәсәбәте булыр тип алдан әйтелгән булған
2:1—3
-
Халыҡтар Ғайсаның хакимлығын таныуҙан баш тартасаҡ һәм үҙҙәренең хакимлығын яҡлаясаҡ тип алдан әйтелгән булған
-
Был пәйғәмбәрлек Ғайса ерҙә хеҙмәт иткәндә үтәлгән, һәм бөгөн ул киңерәк күләмдә үтәлә
-
«Халыҡтар буш нәмәләр тураһында бышылдаша», йәғни уңышһыҙлыҡҡа килтерәсәк буш маҡсаттар ҡуя
Йәһүә тарафынан майланған батшаны хөрмәт иткәндәр генә йәшәйәсәк
2:8—12
-
Мәсих-Батшаға ҡаршы килгәндәрҙең барыһы ла юҡ ителәсәк
-
Алланың Улын, Ғайсаны, хөрмәт итеүселәр тыныслыҡта һәм именлектә йәшәйәсәк