МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Балаларығыҙҙы Ғайса артынан эйәрергә өйрәтегеҙ
Мәсихсе атай-әсәйҙәр өсөн балаларының, үҙ-үҙенән ваз кисеп һәм арҡысағын алып, Ғайса артынан эйәреүҙәрен күреүҙән дә олораҡ шатлыҡ юҡтыр (Мк 8:34; 3Ях 4). Улар балаларына, Йәһүәгә үҙ тормошон бағышлап һәм һыуға сумдырылып, Ғайса артынан эйәрергә нисек ярҙам итә ала? Баланың һыуға сумдырылырға әҙер булыуын нисек аңларға?
«Барығыҙ һәм уларҙы шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы һыуға сумдырығыҙ» тигән брошюралағы «Мәсихсе атай-әсәләргә мөрәжәғәт һүҙе»н (4, 5 б.) уҡы, һәм килтерелгән һорауҙар өҫтөнән уйлан: