Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Тышлыҡтағы рәсем: Петр менән Яхъя Ҡотҡарылыу байрамына өҫкө бүлмәне әҙерләй (б. э. 33 йылы)

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Һин Кисәгә әҙерләнәһеңме?

Һин Кисәгә әҙерләнәһеңме?

Аҙаҡҡы Ҡотҡарылыу байрамы Ғайса өсөн мөһим булған. Ул үҙенең оҙаҡламай үлерен белгән, шуға күрә был байрамды илселәр менән үткәрергә, ә аҙаҡ йыл һайын үткәрелергә тейеш булған байрамды — Иҫкә алыу кисәһен ғәмәлгә индерергә теләгән. Шуға ла Ғайса Петр менән Яхъяға байрам өсөн бүлмә әҙерләргә ҡушҡан (Лк 22:7—13; 1-се биттәге рәсемде ҡара). Беҙ ҙә 27 март көнө үтәсәк Иҫкә алыу кисәһенә әҙер булырға теләйбеҙ. Өлкәндәр докладсыны саҡырыр, шулай уҡ икмәк, шарап һәм башҡа кәрәкле нәмәләр әҙер булһын өсөн саралар күрер. Ә беҙ Иҫкә алыу кисәһенә нисек әҙерләнә алабыҙ?

Йөрәгеңде әҙерлә. Иҫкә алыу кисәһе осорона тәғәйенләнгән Изге Яҙмалағы өҙөктәрҙе уҡы һәм шул ваҡиғалар тураһында уйлан. Уҡыу графигын «Изге Яҙманы көн һайын тикшербеҙ» тигән брошюрала табып була. Ә ентекле график «Алла Һүҙен тикшереү өсөн ҡорал» тигән брошюраның 16-сы бүлегендә бар. (Шулай уҡ 2020 йылдың апрель айында сыҡҡан эш дәфтәрен ҡара). Йоломдо тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләр өсөн, ғаиләләр ғибәҙәт ҡылыу кисендә «Күҙәтеү манараһы баҫмаларының индексын» йә «Йәһүә шаһиттарының баҫмалары буйынса белешмәне» ҡуллан ала.

Башҡаларҙы саҡыр. Кисәгә саҡырыу кампанияһында әүҙем ҡатнаш. Һин кемде саҡыра алыр инең? Бәлки, элек берәйһенә вәғәзләгәнһеңдер йә берәйһе менән Изге Яҙма өйрәнеүен үткәргәнһеңдер, шулай уҡ таныштарыңды, туғандарыңды саҡыра алаһың. Өлкәндәр актив булмаған ҡәрҙәштәрҙе саҡырырға тырышыр. Берәйһе һинән алыҫта йәшәһә, jw.org сайтына инеп, ул йәшәгән ерҙә Кисәнең ҡайҙа һәм ҡасан үтәсәге хаҡында белеп була. Бының өсөн, баш биттә «БЕҘҘЕҢ ТУРАЛА» тигән һалынмаға баҫып, «Иҫкә алыу кисәһе» тигән бүлекте һайла.

Кисәгә әҙерләнер өсөн тағы ла нимә эшләп була?