Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ОҪТАЛЫҒЫН ЯҠШЫРТАБЫҘ | ХЕҘМӘТТӘН ШАТЛЫҠ ТАП

Һорауҙар бир

Һорауҙар бир

Йәһүә — бәхетле Алла, һәм ул беҙҙең шатланып хеҙмәт итеүебеҙҙе теләй (1Тм 1:11). Вәғәз эшендә оҫтарған һайын, шатлығыбыҙ ҙа арта барыр. Әңгәмә ҡороп ебәрер өсөн һәм кешене ҡыҙыҡһындырыр өсөн, һорауҙар биреп була. Улар кешене уйланырға дәртләндерә (Мт 22:41—45). Һорауҙар биреп һәм кешенең яуабын тыңлап, беҙ, асылда: «Һинең уй-фекерҙәрең минең өсөн мөһим», — тип әйткәндәй булабыҙ (Яҡ 1:19). Әңгәмәсенең яуаптары беҙгә һөйләшеүҙе дөрөҫ йүнәлешкә борорға ярҙам итә ала.

«ШӘКЕРТТӘР ӘҘЕРЛӘҮ ЭШЕНӘН ШАТЛЫҠ ТАБЫҒЫҘ. ОҪТАЛЫҒЫҒЫҘҘЫ ЯҠШЫРТЫҒЫҘ: ҺОРАУҘАР БИРЕГЕҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Джейдтың ыңғай сифаттарын әйтеп кит.

  • Нита һорауҙар ярҙамында Джейд менән ихлас ҡыҙыҡһынғанын нисек күрһәтте?

  • Нита һорауҙар ярҙамында Джейдты нисек итеп хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһындырҙы?

  • Нита, һорауҙар биреп, Джейдты нисек уйланырға дәртләндерҙе?