Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Дуҫтарҙы аҡыл менән һайла

Дуҫтарҙы аҡыл менән һайла

Муав тигеҙлектәрендә булған ваҡиғалар беҙҙең өсөн киҫәтеү булып тора (1Кр 10:6, 8, 11). Израилдәр боттарға табынған аҙғын Муав ҡатындары менән аралаша башлағанға күрә, етди гонаһтар ҡылған. Ахыр сиктә был аяныс эҙемтәләргә килтергән (Һн 25:9). Көн дауамында беҙ Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән кешеләр менән, мәҫәлән, синыфташтарыбыҙ, бергә эшләгән кешеләр, күршеләр, туғандар һәм таныштарыбыҙ менән күрешеп торабыҙ. Беҙ Изге Яҙмалағы был хикәйәнән ундай кешеләр менән яҡын аралашыуҙың ҡурҡынысы тураһында нимә белә алабыҙ?

«АЛЛА ХЕҘМӘТСЕЛӘРЕ ӨСӨН КИҪӘТЕҮСЕ МИҪАЛДАР» ТИГӘН ВИДЕОПОСТАНОВКАНЫҢ ӨҘӨГӨН ҠАРА ҺӘМ ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Зимри һәм башҡалар Яминға ниндәй дөрөҫ булмаған фекер тағырға маташҡан?

  • Пинхәс Яминға тыуған хәлгә дөрөҫ ҡарарға нисек ярҙам иткән?

  • Йәһүәгә табынмаған кеше менән яҡшы мөнәсәбәттә булыу һәм уның менән дуҫлашыу араһында ниндәй айырма бар?

  • Ни өсөн хатта йыйылышта ла яҡын дуҫтарҙы һайлай белергә кәрәк?

  • Ни өсөн мессенджерҙар һәм социаль селтәрҙәрҙә таныш булмаған кешеләр ултырған чаттарҙа аралашыуҙан һаҡланырға кәрәк?