Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Тоғролоҡ һаҡламаған кешеләргә эйәрмә

Тоғролоҡ һаҡламаған кешеләргә эйәрмә

Корах, Датан һәм Абирам, Йәһүә урынлаштырған тәртипкә ҡаршы сығып, уға ҡарата тоғролоҡһоҙ булғанын күрһәткән. Йәһүә фетнә күтәреүселәрҙе һәм уларҙың яғына баҫҡан кешеләрҙе язаға тарттырған (Һн 16:26, 27, 31—33). Ә беҙҙең Йәһүәгә ҡарата тоғролоғобоҙ нисек һыналырға мөмкин? Изге Яҙмалағы ниндәй миҫалдар беҙгә киҫәтеү булып тора?

«ТОҒРОЛОҠ ҺАҠЛАМАҒАН КЕШЕЛӘРГӘ ЭЙӘРМӘГЕҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Надя ниндәй һынауға юлыға һәм Изге Яҙмалағы ниндәй киҫәтеүсе миҫал уға тоғро булып ҡалырға ярҙам итә?

  • Күңеле ҡырылған ағай-ҡәрҙәш ниндәй һынау менән осраша һәм ниндәй киҫәтеүсе миҫал уға тоғро булып ҡалырға ярҙам итә?

  • Теренс ағай-ҡәрҙәш ниндәй һынауға юлыға һәм Изге Яҙмалағы ниндәй киҫәтеүсе миҫал уға тоғро булып ҡалырға ярҙам итә?

  • Ағай-ҡәрҙәшебеҙ мәктәптә ниндәй һынауға дусар була һәм Изге Яҙмалағы ниндәй киҫәтеүсе миҫал уға тоғро булып ҡалырға ярҙам итә?