АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР
Ғорурлыҡтан һәм үҙеңә саманан тыш ышаныуҙан һаҡлан
Корах, ғорур булып киткәнгә һәм үҙенә артыҡ ышана башлағанға күрә, Йәһүә урынлаштырған тәртипкә ҡаршы сыҡҡан (Һн 16:1—3; w11-TAT 15/9 27 б., 12 абз.).
Корах хөрмәтле левит булған, уға күп яуаплы вазифалар тапшырылған булған (Һн 16:8—10; w11-TAT 15/9 27 б., 11 абз.).
Корахтың дөрөҫ булмаған уйҙары аяныс эҙемтәләргә килтергән (Һн 16:32, 35).
Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә уңыштарға ирешһәк тә, был беҙгә ғорурланырға һәм үҙебеҙгә саманан тыш ышанырға сәбәп булырға тейеш түгел. Хәҡиҡәттә оҙағыраҡ булған һайын, беҙгә күберәк вазифалар ышанып тапшырыла, шуға беҙгә тағы ла баҫалҡыраҡ булырға кәрәк.