Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Бөтә һынауҙарҙың да аҙағы бар

Бөтә һынауҙарҙың да аҙағы бар

Һынауҙар күңел төшөнкөлөгөнә килтерергә мөмкин, айырыуса улар оҙаҡҡа һуҙылһа. Дауыт Шаул арҡаһында тыуған һынауҙарҙың мәңгегә һуҙылмаясағын һәм, Йәһүә вәғәҙә иткәнсә, үҙенең батша булып китәсәген белгән (1См 16:13). Иман Дауытҡа Йәһүәне түҙемлек менән көтөргә ярҙам иткән.

Әгәр беҙ һынауҙар ваҡытында айыҡ фекерле булһаҡ һәм зирәклек сағылдырһаҡ, хәлде яҡшырта алырбыҙ (1См 21:12—14; Ғһ 1:4). Әммә, Изге Яҙма принциптарын ҡулланып, ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын эшләһәк тә, ҡайһы бер ауырлыҡтарҙан арына алмаҫбыҙ. Ундай саҡтарҙа түҙемле булырға һәм Йәһүәне көтөргә кәрәк. Оҙаҡламай ул ғазаптарыбыҙҙы юҡ итәсәк һәм күҙҙәребеҙҙәге «һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк» (Ас 21:4). Ауырлыҡтан сығыу юлын Йәһүә күрһәтерме йә ул башҡаса хәл ителерме, беҙ быны теүәл белмәйбеҙ, әммә бер ҙә шикләнмәйенсә шуны әйтә алабыҙ: бөтә һынауҙарҙың да аҙағы бар. Был фекер беҙҙе йыуата ала.

«ТАРҠАУ ДОНЪЯЛА БЕРҘӘМ ХАЛЫҠ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Ҡушма Штаттарҙың көньяғында йәшәгән ҡайһы бер мәсихселәр ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡан?

  • Улар нисек түҙемлек һәм яратыу сағылдырған?

  • Уларға иғтибарын иң мөһим нәмәләргә тупларға нимә ярҙам иткән? (Фп 1:10).