Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Йәһүәгә таянырға ярҙам иткән өс ысул

Йәһүәгә таянырға ярҙам иткән өс ысул

Дауыт Ғәлиәфте еңгән, сөнки Йәһүәгә таянған (1См 17:45). Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренә теләп ярҙам итә (2Йыл 16:9). Беҙ нисек итеп үҙ һәләттәребеҙгә һәм тәжрибәбеҙгә түгел, ә Йәһүәнең ярҙамына таяна алабыҙ? Бына өс ысул:

  • Йышыраҡ доға ҡылыу. Берәй хата инде эшләгәс, кисереү һорап доға ҡылыу мөһим. Әммә ҡотҡоға бирелмәҫ өсөн дә Аллаға көс һорап доға ҡылырға кәрәк (Мт 6:12, 13). Йәһүәнән инде ҡабул иткән ҡарарыңды фатихалауын һорауҙан тыш, унан ҡарар ҡабул итер алдынан да ярҙам һәм зирәклек һора (Яҡ 1:5).

  • Изге Яҙманы даими уҡыу һәм өйрәнеү. Изге Яҙманы көн һайын уҡы (Зәб 1:2). Изге Яҙмалағы миҫалдар тураһында уйлан, һабаҡ ал һәм уларҙы тормошоңда ҡуллан (Яҡ 1:23—25). Хеҙмәткә әҙерлән, үҙ тәжрибәңә таянма. Йыйылыш осрашыуҙары күп файҙа килтерһен өсөн, ҡараласаҡ материалдар менән алдан уҡ таныш.

  • Йәһүәнең ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек итеү. Ойошманан килгән һуңғы күрһәтмәләргә иғтибарлы бул, һәм улар буйынса шунда уҡ эш ит (Һн 9:17). Өлкәндәрҙең кәңәштәренә һәм күрһәтмәләренә ҡолаҡ һал (Ев 13:17).

«ЭҘӘРЛӘҮҘӘРҘӘН ҠУРҠЫР ӨСӨН СӘБӘП ЮҠ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

• Ҡәрҙәштәр нимәнән ҡурҡҡан?

• Уларға ҡурҡыуҙарын еңергә нимә ярҙам иткән?