ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ОҪТАЛЫҒЫН ЯҠШЫРТАБЫҘ | ХЕҘМӘТТӘН ШАТЛЫҠ ТАП
Өйрәнеүсеңә алама ғәҙәттәрҙән арынырға ярҙам ит
Юғары әхлаҡ нормалары буйынса йәшәгән кешеләр генә Йәһүәнең дуҫы була ала (1Пт 1:14—16). Алама ғәҙәттәрен ташлап, өйрәнеүсе ғаилә тормошон, һаулығын яҡшырта ала һәм кәрәкмәгән сығымдарҙан арына ала.
Өйрәнеүсегә Йәһүәнең ни өсөн һәм ниндәй әхлаҡи нормалар урынлаштырғанын асыҡ итеп һөйлә. Улар буйынса йәшәү ни өсөн файҙалы икәнен дә аңлат. Өйрәнеүсеңә фекер йөрөтөү рәүешен үҙгәртергә ярҙам ит. Шул саҡта ул Йәһүә теләгәнде эшләй алыр (Еф 4:22—24). Уны шуға ышандырып тор: Йәһүәнең ярҙамы менән ул ныҡлап тамырланған алама ғәҙәттәренән арына алыр (Фп 4:13). Элекке ғәҙәте буйынса эш итеү теләге тыуғас та шунда уҡ Йәһүәнән ярҙам һорау бик мөһим икәнен иҫкәртеп тор. Тоҙаҡтарҙы алдан күреп алырға һәм уларҙан ҡасырға өйрәт. Насар ғәҙәттәрен файҙалы ғәҙәттәр менән алмаштырырға дәртләндер. Өйрәнеүсеңдең Йәһүә ярҙамы менән яҡшы яҡҡа үҙгәрә барғанын күреп, һин сикһеҙ шатлыҡ кисерерһең.
«ӨЙРӘНЕҮСЕЛӘРГӘ ӘШӘКЕ ҒӘҘӘТТӘРҘӘН АРЫНЫРҒА ЯРҘАМ ИТЕГЕҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
-
Өлкәндәр һәм Нита Джейд менән нисек мөғәмәлә итте?
-
Нита Джейдҡа нисек ярҙам итте?
-
Джейд Йәһүәнең ярҙамын нисек эҙләне?