АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР
Ул зирәклекте ҡәҙерләгән
Шева батшабикәһе, Сөләймәнде күрер өсөн, оҙон һәм ауыр юл үткән (2Йыл 9:1, 2; w99-U 1/11 20 б., 4 абз.; w99-U 1/7 30 б., 4, 5 абз.).
Сөләймәндең зирәклеге һәм байлығы уны таң ҡалдырған (2Йыл 9:3, 4; w99-U 1/7 30 б., 7 абз.; тышлыҡтағы рәсемде ҡара).
Күргәндәре уны Йәһүәне данларға дәртләндергән (2Йыл 9:7, 8; it-U «Соломон», «К Соломону приходит царица Савы» тигән өҫтәмә исем, 2 абз.).
Шева батшабикәһе зирәклекте шул тиклем ҡәҙерләгән, хатта уға эйә булыр өсөн ҙур ҡорбандарға барырға әҙер булған.
ҮҘЕҢДӘН ҺОРА: «Мин зирәклекте йәшерелгән хазинаны эҙләгәндәй эҙләргә әҙерме?» (Ғһ 2:1—6).