Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Изге Яҙманы өйрәнеү тураһындағы видеояҙманы нисек ҡулланырға?

Изге Яҙманы өйрәнеү тураһындағы видеояҙманы нисек ҡулланырға?

Беҙҙең, хеҙмәттә ҡулланыр өсөн, Изге Яҙманы өйрәнеү тураһында дүрт видеояҙмабыҙ бар. Уларҙың һәр береһенең маҡсаты ниндәй?

  • «Ни өсөн Изге Яҙманы өйрәнергә кәрәк?» (тулы версия). Был видеояҙма төрлө диндәге кешеләрҙә Изге Яҙмаға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыр өсөн тәғәйенләнгән. Ул тормоштағы иң мөһим һорауҙарға яуаптарҙы Изге Яҙманан эҙләргә дәртләндерә. Был видеояҙмала Алла Һүҙе шундай һорауҙарға нисек яуап биргәненә миҫал килтерелә. Унда шулай уҡ, үҙең менән Изге Яҙма өйрәнеүе үткәрелеүен теләһәң, нимә эшләргә кәрәклеге аңлатыла.

  • «Ни өсөн Изге Яҙманы өйрәнергә кәрәк?» (ҡыҫҡа версия). Был видеояҙма тулы версияның өстән бер өлөшөн тәшкил итә. Уны ваҡыттары күп булмаған кешеләргә күрһәтеү бик тә йәтеш.

  • «Изге Яҙмалар өйрәнеүе нисек үтә?». Был видеояҙма түләүһеҙ үткәрелгән өйрәнеү курсыбыҙға ҡыҙыҡһыныу уятыр өсөн һәм өйрәнеү тураһында йыш бирелгән һорауҙарға яуап табыр өсөн тәғәйенләнгән. Унда шулай уҡ үҙең менән Изге Яҙма өйрәнеүе үткәрелә башлаһын өсөн нимә эшләргә кәрәклеге аңлатыла.

  • «Изге Яҙманы өйрәнеү курсына рәхим итегеҙ!». Был видеояҙманы Изге Яҙманы өйрәнгән кешегә күрһәтеп була. Ул «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китаптың икенсе битендә иҫкә алынһа ла, уны «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән брошюра буйынса өйрәнеү үткәргәндә лә ҡарап була. Видеояҙмала курс үҙ эсенә нимәне алғаны тураһында һәм өйрәнеүҙең нисек үткәне хаҡында һүҙ бара.

Ошо видеояҙмаларҙың һәр береһе билдәле бер маҡсат менән сығарылһа ла, уларҙың һәр ҡайһыһын кәрәк саҡта кешеләргә йә күрһәтергә, йә ебәрергә була. Беҙгә был видеояҙмалар менән яҡшы итеп танышырға һәм уларҙы хеҙмәттә әүҙем ҡулланырға кәрәк.