Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Тәбиғәт афәтенән һуң нисек ярҙам күрһәтергә?

Тәбиғәт афәтенән һуң нисек ярҙам күрһәтергә?

Тәбиғәт афәттәре бөгөн йышайғандан-йышая бара. Афәт була ҡалһа, ярҙам яҡшы ойошторолорға тейеш. Шуға күрә Етәксе кәңәшмә һәр филиалда афәт ваҡытында ярҙам итеү бүлеге булдырырға хәл иткән.

Был бүлектә хеҙмәт иткән ағай-ҡәрҙәштәр, афәт тураһында белеп ҡалһа, шунда уҡ урындағы өлкәндәр менән бәйләнешкә инеп, вәғәзселәрҙең нимәгә мохтаж икәнен белешә. Урындағы вәғәзселәр афәт килтергән зыянды үҙ көстәре менән ҡаплай алмаһа, филиал ярҙам күрһәтеү эштәрен етәкләгән ҡәрҙәштәрҙе билдәләй. Был ағай-ҡәрҙәштәр ирекмәндәрҙең ярҙамы йә билдәле бер әйберҙәр һәм аҙыҡ-түлек кәрәклеге тураһында хәбәр итә ала. Шулай уҡ улар, кәрәкле әйберҙәрҙе үҙҙәре һатып алып, мохтаждарға таратырға мөмкин.

Шулай ойошторолған ярҙамдың файҙаһы күп. Был икеләтә эштән, буталсыҡтан ҡасырға ярҙам итә, шулай уҡ аҡса менән башҡа ресурстарҙы буштан-бушҡа сарыф итеүҙән һаҡлай. Бына ни өсөн ҡәрҙәштәргә үҙҙәре теләгәнсә эш итергә кәрәкмәй.

Филиалдан билдәләнгән ҡәрҙәштәр нисә ирекмән һәм зыянды ҡаплар өсөн күпме аҡса талап ителгәнен хәл итергә мөмкин. Урындағы хакимиәт вәкилдәре ярҙам күрһәтеү эштәребеҙгә булышлыҡ итһен өсөн, ҡәрҙәштәребеҙ улар менән танышып, аралашып алырға ла мөмкин. Шуға күрә, зинһар, яуаплы ҡәрҙәштәр һеҙҙән ярҙам һорамаһа, үҙ аллы аҡса йыйырға, гуманитар ярҙам ебәрергә, афәт булған урындарға килергә кәрәкмәй.

Шулай ҙа, афәт була ҡалһа, беҙ ярҙам итергә теләйбеҙ, сөнки ҡәрҙәштәребеҙҙе яратабыҙ! (Ев 13:16). Беҙ нимә эшләй алабыҙ? Иң мөһиме, афәттән зыян күргәндәр һәм уларға ярҙам күрһәткән ҡәрҙәштәр өсөн доға ҡылырға. Шулай уҡ бөтә донъя эшмәкәрлегебеҙгә иғәнә бирә алабыҙ. Етәксе кәңәшмә ҡарамағы аҫтында булған филиалдар был аҡсаларҙы нисек тотонорға икәнен яҡшыраҡ белә. Әгәр үҙебеҙҙең ярҙам күрһәтеүҙә ҡатнашҡыбыҙ килһә, «Урындағы төҙөү-проектлаштырыу бүлегенең программаһында ирекле хеҙмәтсе булып хеҙмәт итер өсөн ғариза» (DC-50) тигән бланкты тултырырға була.

«БРАЗИЛИЯЛАҒЫ ҺӘЛӘКӘТЛЕ ҺЫУ БАҪЫУЫ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ЯУАП БИР:

2020 йылда Бразилияла булған һыу баҫыуынан һуң Йәһүә шаһиттарының ярҙам күрһәтеүе тураһында әйткәндә, һине нимә таң ҡалдырҙы?