Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

1—7 апрель

ЗӘБУР 23—25

1—7 апрель

4-се йыр һәм доға | Инеш һүҙ (1 мин.)

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР

1. «Йәһүә — Көтөүсем минең»

(10 мин.)

Йәһүә беҙҙе алып бара (Зәб 23:1—3; w11-U 1/5 31 б., 3 абз.).

Йәһүә беҙҙе яҡлай (Зәб 23:4; w11-U 1/5 31 б., 4 абз.).

Йәһүә беҙҙе туҡландыра (Зәб 23:5; w11-U 1/5 31 б., 5 абз.).

Иғтибарлы көтөүсе һарыҡтары хаҡында ҡайғыртҡан кеүек, Йәһүә лә үҙ хеҙмәтселәре тураһында хәстәрлек күрә.

ҮҘЕГЕҘҘӘН ҺОРАҒЫҘ: «Йәһүә шәхсән минең хаҡта нисек ҡайғырта?»

2. Рухи ынйылар

(10 мин.)

  • Зәб 23:3. «Тәҡүәлек юлдары» нимә ул һәм уларҙан тайпылмаҫҡа беҙгә нимә ярҙам итер? (w11-TAT 15/2 24 б., 1—3 абз.).

  • Был аҙнала Изге Яҙманы уҡып, һеҙ ниндәй рухи ынйылар таптығыҙ?

3. Изге Яҙманы уҡыу

ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ОҪТАЛЫҒЫН ЯҠШЫРТАБЫҘ

4. Һөйләшеү башлағыҙ

(3 мин.) ОСРАҠЛЫ ВӘҒӘЗ. Экологик проблемалар хаҡында борсолған кешегә Изге Яҙманан берәй дәртләндергес аят күрһәт (lmd 2-се дәрес, 5-се пункт).

5. Ҡыҙыҡһыныу үҫтерегеҙ

(4 мин.) ӨЙҘӘН-ӨЙГӘ ЙӨРӨП ВӘҒӘЗЛӘҮ. Тәүге һөйләшеүҙә «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән брошюраны алған кешегә Изге Яҙма өйрәнеүенең нисек үткәнен күрһәт (lmd 9-сы дәрес, 3-сө пункт).

6. Шәкерттәр әҙерләгеҙ

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

54-се йыр

7. Беҙ ят кешенең тауышын тыңламайбыҙ

(15 мин.) Фекер алышыу.

Һарыҡтар үҙ көтөүсеһенең тауышын белә һәм уның артынан эйәрә. Ә ят кешенең тауышы таныш булмағанға, улар унан ҡасып китә (Ях 10:5). Беҙ ҙә ҡайғыртыусан һәм ышаныслы рухи Көтөүселәребеҙҙең — Йәһүә менән Ғайсаның тауышын тыңлайбыҙ (Зәб 23:1; Ях 10:11). Шул уҡ ваҡытта ялған ҡулланып иманыбыҙҙы ҡаҡшатырға маташҡан ят кешеләрҙең тауышын кире ҡағабыҙ (2Пт 2:1, 3).

Башланмыш китабының 3-сө бүлегендә ерҙә тәүге тапҡыр ят тауыштың нисек яңғырағаны һүрәтләнә. Шайтан, Һауа ысынында үҙе менән кем һөйләшкәнен аңламаһын өсөн, йыланды ҡулланған. Һауаға дуҫ булып ҡыланып, Шайтан Йәһүә әйткән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен боҙған һәм уның этәргес ниәттәрен шик аҫтына алған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Һауа уны тыңлаған һәм һөҙөмтәлә үҙен дә, ғаиләһен дә ҡот осҡос ғазаптарға дусар иткән.

Бөгөн Шайтан, Йәһүә һәм уның ойошмаһы тураһында кире мәғлүмәт, яртылаш дөрөҫ булған хәбәрҙәр таратып һәм асыҡтан-асыҡ ялған һөйләп, беҙҙең уларға ҡарата ышанысыбыҙҙы ҡаҡшатырға маташа. «Сит-яттың» тауышын ишетеү менән беҙгә ҡасып китергә кәрәк! Уның тауышын ҡыҙыҡһыныуҙан ғына, хатта әҙ генә лә тыңлау бик ҡурҡыныс. Һауаны алдар өсөн, Шайтан күп ваҡыт һәм күп һүҙ ҡулланмаған (Бш 3:1, 4, 5). Әгәр яҡын кешебеҙ иң изге ниәттәрҙән беҙҙең менән Йәһүәнең ойошмаһы хаҡында тиҫкәре мәғлүмәт менән бүлешергә теләһә, нимә эшләргә?

«„Ят кешенең“ тауышын кире ҡағығыҙ» тигән ВИДЕОЯҘМАНЫ күрһәт. Шунан тыңлаусыларыңдан һора:

Тыуған хәлдә Джейд әсәһе менән үҙен нисек тотҡан һәм беҙ унан нимәгә өйрәнәбеҙ?

8. Йыйылыш менән Изге Яҙманы өйрәнеү

Йомғаҡлау һүҙе (3 мин.) | 55-се йыр һәм доға