18—24 март
ЗӘБУР 19—21
6-сы йыр һәм доға | Инеш һүҙ (1 мин.)
1. «Күктәр Алланың данын иғлан итә»
(10 мин.)
Йәһүәнең ижади эштәре уның данын иғлан итә (Зәб 19:1; w04-TAT 1/1 15 б., 1, 2 абз.).
Ҡояш — Йәһүәнең мөғжизәле ижади эше (Зәб 19:4—6; w04-TAT 1/8 19—20 бб., 8—10 абз.).
Беҙгә Йәһүәнең ижади эштәренән һабаҡ алырға кәрәк (Мф 6:28; g95-U 8/11 7 б., 3 абз.).
ҒАИЛӘ ӨЙРӘНЕҮЕ ӨСӨН КӘҢӘШ. Йәһүәнең ижади эштәрен күҙәтегеҙ һәм уларҙың Барлыҡҡа килтереүсе тураһында нимәгә өйрәткәне хаҡында фекер алышығыҙ.
2. Рухи ынйылар
(10 мин.)
Зәб 19:7—9. Был аяттарҙа ниндәй шиғри алым ҡулланыла һәм уның үҙенсәлеге нимәлә? (it-1-U 679 б., 2, 3 абз.).
Был аҙнала Изге Яҙманы уҡып, һеҙ ниндәй рухи ынйылар таптығыҙ?
3. Изге Яҙманы уҡыу
(4 мин.) Мф 20:17—34 (th 11-се дәрес).
4. Һөйләшеү башлағыҙ
(3 мин.) ЙӘМӘҒӘТ УРЫНДАРЫНДА ВӘҒӘЗЛӘҮ. Кешегә Иҫкә алыу кисәһенә саҡырыу тәҡдим ит һәм jw.org сайты ярҙамында ул йәшәгән ерҙә Кисәнең ҡайҙа үтәсәген тап (lmd 2-се дәрес, 3-сө пункт).
5. Һөйләшеү башлағыҙ
(4 мин.) ОСРАҠЛЫ ВӘҒӘЗ. Почта йәшнигендә саҡырыу ҡағыҙын тапҡан кеше Кисәгә килгән. Программа тамамланғандан һуң уны йылы итеп сәләмлә һәм һорауҙарына яуап бир. Киләһе тапҡыр ҡайҙа һәм ҡасан осрашасағығыҙ хаҡында һөйләшеп ҡуй (lmd 3-сө дәрес, 4-се пункт).
6. Үҙ ҡарашығыҙҙы аңлатығыҙ
(5 мин.) Телмәр. ijwfq 45. Тема: «Ни өсөн Йәһүә шаһиттары Раббының ашын башҡа диндәрҙәге кеүек үткәрмәйҙәр?» (th 6-сы дәрес).
141-се йыр
7. «Алланың ижади эштәре тураһында уйланып, иманығыҙҙы нығытығыҙ»
(15 мин.) Фекер алышыу. ВИДЕОЯҘМАНЫ күрһәт. Шунан тыңлаусыларыңдан һора:
Был видеояҙма Барлыҡҡа килтереүсегә иманығыҙҙы нисек нығыта?
8. Йыйылыш менән Изге Яҙманы өйрәнеү
(30 мин.) bt-TAT 7-се бүлек, 9—13 абз., 56 б. рамка