29 апрель — 5 май
ЗӘБУР 34, 35
10-сы йыр һәм доға | Инеш һүҙ (1 мин.)
1. «Йәһүәне һәр ваҡыт маҡтармын»
(10 мин.)
Дауыт һынауҙар менән осрашҡанда ла Йәһүәне данлаған (Зәб 34:1; w07-TAT 1/3 24 б., 11 абз.).
Дауыт үҙен түгел, ә Йәһүәне маҡтаған (Зәб 34:2—4; w07-TAT 1/3 25 б., 13 абз.).
Дауыт Йәһүәне данлаған саҡта эргәһендәге кешеләрен нығытҡан (Зәб 34:5; w07-TAT 1/3 26 б., 15 абз.).
Дауыт Ахимилехтан ҡотолоп сүлгә киткәс, уға Шаулдың хакимлығы менән ҡәнәғәт булмаған 400 кеше ҡушылған (1См 22:1, 2). Дауыт 34-се мәҙхиәне яҙғанда, күрәһең, тап шул кешеләрҙе күҙ уңында тотҡан (Зәб 34, башланғыс һүҙ).
ҮҘЕГЕҘҘӘН ҺОРАҒЫҘ: «Киләһе осрашыуҙа берәйһе менән һөйләшкәндә, мин нисек Йәһүәне данлай алыр инем?»
2. Рухи ынйылар
(10 мин.)
-
Зәб 35:19. Дауыттың, мине нәфрәт итеүселәр «күҙ ҡыҫышмаһын ине», тигән һүҙҙәре нимәне аңлата? (w06-TAT 1/6 10 б., 2 абз.).
-
Был аҙнала Изге Яҙманы уҡып, һеҙ ниндәй рухи ынйылар таптығыҙ?
3. Изге Яҙманы уҡыу
(4 мин.) Мф 23:1—22 (th 5-се дәрес).
4. Һөйләшеү башлағыҙ
(2 мин.) ОСРАҠЛЫ ВӘҒӘЗ. Һин шаһитлыҡ биреп өлгөрмәҫ борон, әңгәмә тамамлана (lmd 1-се дәрес, 4-се пункт).
5. Ҡыҙыҡһыныу үҫтерегеҙ
(4 мин.) ОСРАҠЛЫ ВӘҒӘЗ (lmd 2-се дәрес, 4-се пункт).
6. Үҙ ҡарашығыҙҙы аңлатығыҙ
(5 мин.) Әңгәмә. ijwfq 59. Тема: «Йәһүә шаһиттары байрамдың Аллаға яраҡлымы-юҡмы икәнен нисек билдәләй?» (th 17-се дәрес).
59-сы йыр
7. Осрашыуҙарҙа Йәһүәне данлар өсөн өс ысул
(15 мин.). Фекер алышыу.
Йыйылыш осрашыуҙарында Йәһүәне данлар өсөн иҫ киткес мөмкинлектәр бар. Бына уларҙың өсөһө.
Һөйләшеүҙәр. Башҡалар менән аралашҡанда, Йәһүәнең игелеге тураһында һөйләгеҙ (Зәб 145:1, 7). Бәлки, һеҙ үҙегеҙ өсөн берәй файҙалы фекер ишеткәнһегеҙ йә уҡығанһығыҙҙыр. Йә вәғәздә берәй ҡыҙыҡлы осраҡ булғандыр. Ә, бәлки, берәйһе һеҙҙе һүҙе йә эше менән нығытҡандыр. Йә Алланың берәй ижади эше һеҙҙе таң ҡалдырғандыр. Быларҙың барыһы ла — Йәһүәнең бүләктәре (Яҡ 1:17). Был хаҡта башҡалар менән һөйләшеп алырға ваҡыт булһын өсөн, осрашыуҙарға иртәрәк килегеҙ.
Комментарийҙар. Һәр осрашыу һайын бер тапҡыр булһа ла яуап бирергә тырышығыҙ (Зәб 26:12). Һорауға тура яуап биреп була, шулай уҡ өҫтәмә фекергә, Изге Яҙмалағы аятҡа, рәсемгә иғтибар итергә йә материалды тормошта нисек ҡулланып булғаны хаҡында әйтеп китергә була. Яуап бирергә теләүселәрҙең күп булыуы ихтимал, шуға күрә бер нисә яуап әҙерләп ҡуйығыҙ. Әгәр яуаптар 30 секунд йә унан да кәмерәк булһа, күберәк кеше «Аллаға... данлау ҡорбаны» килтерә алыр (Ев 13:15).
Йырҙар. Батшалыҡ йырҙарын илһамланып йырлағыҙ (Зәб 147:1). Бәлки, осрашыу һайын комментарий биреп булмаҫ, бигерәк тә йыйылышта вәғәзселәрҙең һаны күп булһа, әммә йырҙар йырлау мөмкинлеге гел дә бар. Үҙегеҙҙе яҡшы йырсы тип һанамаһағыҙ ҙа, шикләнмәгеҙ: Йәһүә тырышлыҡтарығыҙҙы ҡәҙерләй! (2Кр 8:12). Йырҙарҙы өйҙә йырлап, алдан әҙерләнеп була.
«Беҙҙең тарихыбыҙ: үҫеш юлы. Йырҙар — Алланың бүләге (1-се өлөш)» тигән ВИДЕОЯҘМАНЫ күрһәт. Шунан тыңлаусыларыңдан һора:
Ойошмабыҙҙың хәҙерге заман тарихының башында Йәһүәгә маҡтау йырҙары йырлау мөһим булғаны нимәнән күренә?
8. Йыйылыш менән Изге Яҙманы өйрәнеү
(30 мин.) bt-TAT 9-сы бүлек, 1—7 абз., 3-сө өлөшкә инеш һүҙ һәм 70 б. рамка