Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

4—10 март

ЗӘБУР 16, 17

4—10 март

111-се йыр һәм доға | Инеш һүҙ (1 мин.)

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР

1. «Һин — Йәһүә, минең игелек шишмәһе»

(10 мин.)

Йәһүәгә хеҙмәт иткәндәр менән дуҫлашыу беҙгә шатлыҡ килтерә (Зәб 16:2, 3; w18.12 26 б., 11 абз.).

Йәһүә менән дуҫ булыуыбыҙға шатланабыҙ (Зәб 16:5, 6; w14-TAT 15/2 29 б., 4 абз.).

Йәһүә беҙҙе рухи зыяндан яҡлағанға, беҙ үҙебеҙҙе хәүефһеҙ итеп тоябыҙ (Зәб 16:8, 9; w08-TAT 15/2 3 б., 2, 3 абз.).

Беҙ ҙә, Дауыт кеүек, ҡәнәғәтлек килтергән тулы мәғәнәле тормош менән йәшәйбеҙ, сөнки Йәһүәгә табыныу тормошобоҙҙа иң мөһим урынды биләй.

ҮҘЕГЕҘҘӘН ҺОРАҒЫҘ: «Йәһүәгә хеҙмәт итә башлағас, тормошом ҡайһы яҡтан яҡшырҙы?»

2. Рухи ынйылар

(10 мин.)

  • Зәб 17:8. «Күҙ ҡараһы» тигән һүҙбәйләнеш нимәне аңлата? (it-1-U 851 б., 7, 8 абз.).

  • Был аҙнала Изге Яҙманы уҡып, һеҙ ниндәй рухи ынйылар таптығыҙ?

3. Изге Яҙманы уҡыу

ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ОҪТАЛЫҒЫН ЯҠШЫРТАБЫҘ

4. Һөйләшеү башлағыҙ

(1 мин.) ӨЙҘӘН-ӨЙГӘ ЙӨРӨП ВӘҒӘЗЛӘҮ. Кешегә Иҫкә алыу кисәһенә саҡырыу тәҡдим ит (th 11-се дәрес).

5. Һөйләшеү башлағыҙ

(3 мин.) ӨЙҘӘН-ӨЙГӘ ЙӨРӨП ВӘҒӘЗЛӘҮ. Кешегә Иҫкә алыу кисәһенә саҡырыу тәҡдим ит. Кеше ҡыҙыҡһыныу күрһәткәндән һуң, иғтибарын «Ғайсаның үлемен иҫкә алығыҙ» тигән видеояҙмаға йүнәлт һәм уның буйынса фекер алыш (th 9-сы дәрес).

6. Һөйләшеү башлағыҙ

(2 мин.) ОСРАҠЛЫ ВӘҒӘЗ. Кисәгә саҡырыу тәҡдим ит (th 2-се дәрес).

7. Шәкерттәр әҙерләгеҙ

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

20-се йыр

8. Иҫкә алыу кисәһенә нисек әҙерләнергә?

(15 мин.). Фекер алышыу.

Йәкшәмбе көнө, 24 мартта беҙ, Ғайса Мәсихтең әмеренә буйһоноп, уның үлемен иҫкә алыр өсөн бергә йыйылырбыҙ. Был осрашыуҙа беҙ Йәһүә менән Ғайсаның кешелеккә күрһәткән бөйөк мөхәббәте тураһында уйланырбыҙ (Лк 22:19; Ях 3:16; 15:13). Иҫкә алыу кисәһенә нисек әҙерләнергә?

  • Кампанияла әүҙем ҡатнашып, кешеләрҙе махсус телмәргә һәм Кисәгә саҡырығыҙ. Үҙегеҙ саҡырырға теләгән кешеләрҙең исемлеген төҙөгөҙ һәм уларҙы саҡырығыҙ. Әгәр ҙә уларҙың ҡайһы берҙәре башҡа территорияла йәшәһә, jw.org сайтына инеп, шул ерҙә осрашыуҙың ҡайҙа һәм ҡасан үтәсәген белегеҙ.

  • Март һәм апрель айында вәғәздә күберәк ҡатнашырға тырышығыҙ. Һеҙ 15 йә 30 сәғәтлек норма менән ярҙамсы пионер булып хеҙмәт итә алыр инегеҙме?

  • 18 марттан Ғайсаның ерҙәге тормошоноң һуңғы аҙнаһында булған мөһим ваҡиғалар тураһында уҡый башлағыҙ. Һеҙ «2024 йылда Кисә үтә торған осорға Изге Яҙманы уҡыу графигынан» көн дә күпме материал уҡырығыҙҙы хәл итә алаһығыҙ (6 һәм 7-се биттәрҙе ҡарағыҙ).

  • Кисә үткән көндө jw.org сайтында иртәнге ғибәҙәттең махсус сығарылышын ҡарағыҙ.

  • Иҫкә алыу кисәһендә яңы кешеләрҙе һәм актив булмаған ҡәрҙәштәрҙе йылы итеп ҡаршылағыҙ. Программа тамамланғас, килеүселәрҙең һорауҙарына яуап бирергә әҙер булығыҙ. Ҡыҙыҡһыныуҙарын үҫтерер өсөн, улар менән яңынан осрашырға һөйләшегеҙ.

  • Кисә алдынан да, унан һуң да йолом тураһында уйланығыҙ.

«Ғайсаның үлемен иҫкә алығыҙ» тигән ВИДЕОЯҘМАНЫ күрһәт. Шунан һуң тыңлаусыларыңдан һора:

Был видеояҙманы Кисәгә саҡырыу кампанияһы барышында нисек ҡулланып була?

9. Йыйылыш менән Изге Яҙманы өйрәнеү

Йомғаҡлау һүҙе (3 мин.) | 73-сө йыр һәм доға