8—14 апрель
ЗӘБУР 26—28
34-се йыр һәм доға | Инеш һүҙ (1 мин.)
1. Дауытҡа сафлыҡ юлынан йөрөргә нимә ярҙам иткән?
(10 мин.)
Дауыт Йәһүәнән йөрәген сафландырыуын һораған (Зәб 26:1, 2; w05-TAT 1/3 23 б., 8, 9 абз.).
Дауыт боҙоҡ кешеләр менән аралашыуҙан баш тартҡан (Зәб 26:4, 5; w05-TAT 1/3 25 б., 12, 13 абз.).
Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыу Дауытҡа ҙур шатлыҡ килтергән (Зәб 26:8; w05-TAT 1/3 26 б., 17, 18 абз.).
Хаталар ҡылған булһа ла, Дауыт «саф йөрәк» менән йөрөгән (1Бат 9:4). Уның сафлығы Йәһүәгә йән-тән менән бирелгәнлегенән һәм уны яратҡанынан күренгән.
2. Рухи ынйылар
(10 мин.)
-
Зәб 27:10. Үҙебеҙҙе яҡын кешебеҙ тарафынан кире ҡағылған итеп хис итһәк, был аят беҙҙе нисек йыуата ала? (w06-TAT 1/8 18 б., 15 абз.).
-
Был аҙнала Изге Яҙманы уҡып, һеҙ ниндәй рухи ынйылар таптығыҙ?
3. Изге Яҙманы уҡыу
(4 мин.) Мф 21:33—46 (th 2-се дәрес).
4. Һөйләшеү башлағыҙ
(2 мин.) ӨЙҘӘН-ӨЙГӘ ЙӨРӨП ВӘҒӘЗЛӘҮ. Өйрәтеү ҡоралдарынан берәй буклетты ҡуллан (th 3-сө дәрес).
5. Ҡыҙыҡһыныу үҫтерегеҙ
(4 мин.) ӨЙҘӘН-ӨЙГӘ ЙӨРӨП ВӘҒӘЗЛӘҮ. Тәүге һөйләшеүҙә ҡалдырған буклеттың һуңғы битендәге һорау буйынса фекер алыш. Шунан jw.org сайтына иғтибар итеп, унда кешене ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәтте нисек табып булғанын күрһәт (lmd 9-сы дәрес, 3-сө пункт).
6. Телмәр
(5 мин.) lmd 1-се ҡушымта, 3-сө пункт. Тема: «Планетабыҙҙың экологияһы тергеҙеләсәк» (th 13-сө дәрес).
128-се йыр
7. Әхлаҡи сафлыҡ һаҡлаған үҫмерҙәр
(15 мин.). Фекер алышыу.
Йыйылыштағы йәштәргә, әхлаҡи яҡтан саф булып ҡалыр өсөн, көрәш алып барырға кәрәк. Улар камил түгел, шунлыҡтан, йәш саҡта енси теләктәр бик көслө булғанға, уларға дөрөҫ эш итеүе ауыр булырға мөмкин (Рм 7:21; 1Кр 7:36, ЯДТ). Бынан тыш, уларға енси мөнәсәбәттәргә, шул иҫәптән гомосексуаль мөнәсәбәттәргә инергә этәргән кешеләрҙең көслө баҫымына һәр ваҡыт ҡаршы торорға кәрәк (Еф 2:2). Сафлыҡтарын һаҡлап йәшәгән йәштәребеҙ менән беҙ бик ғорурланабыҙ!
«Үҫмерҙең тормошо. Мине енси мөнәсәбәткә инергә этәрһәләр, нимә эшләргә?» тигән ВИДЕОЯҘМАНЫ күрһәт. Шунан тыңлаусыларыңдан һора:
-
Кори менән Камринға синыфташтары ниндәй баҫым яһаған?
-
Уларға сафлыҡтарын һаҡлап ҡалырға нимә ярҙам иткән?
-
Изге Яҙмалағы ниндәй принциптар һеҙгә быға оҡшаш хәлдәрҙә ярҙам итә ала?
8. Йыйылыш менән Изге Яҙманы өйрәнеү
(30 мин.) bt-TAT 8-се бүлек, 5—12 абз.