АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | ӘЙҮП 1—5
Әйүп һынауҙарҙа сафлығын һаҡлаған
Әйүп Ус ерендә йәшәгән. Ул ваҡытта израилдәр Мысырҙа ҡоллоҡта булған. Әйүп Израиль халҡынан булмаһа ла, Йәһүәгә тоғро хеҙмәт иткән. Ул ҙур ғаиләле, абруйлы һәм бик бай кеше булған. Уның кәңәштәренә ҡолаҡ һалғандар һәм уны ғәҙел хөкөмсө итеп белгәндәр. Әйүп ярлыларға һәм мохтаждарға ярҙам күрһәткән. Ул саф күңелле кеше булған.
Әйүп үҙ тормошонда иң мөһим шәхес Йәһүә икәнен иҫбатлаған
1:8—11, 22; 2:2—5
-
Шайтан Әйүптең сафлығына иғтибар иткән. Ул Әйүптең тыңлаусанлығын түгел, ә уның этәргес теләктәрен шик аҫтына алған
-
Әйүп үҙ файҙаһын ҡайғыртып ҡына Йәһүәгә хеҙмәт итә, тип раҫлаған Шайтан
-
Ғәйепләүгә яуап бирер өсөн, Йәһүә Шайтанға тәҡүә Әйүпте һынарға рөхсәт иткән. Һынауҙар Әйүп тормошоноң бөтә өлкәләренә ҡағылған
-
Әйүп сафлығын һаҡлаған, һәм шунда Шайтан бөтә кешеләрҙең дә сафлығын шик аҫтына алған
-
Әйүп гонаһ ҡылмаған һәм Аллаға бер ниндәй ҙә ғәйеп ташламаған