Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | ӘЙҮП 6—10

Тәҡүә Әйүп ҡайғыһын бушата

Тәҡүә Әйүп ҡайғыһын бушата

Әйүп, милкен, балаларын һәм һаулығын юғалтһа ла, Аллаға тоғро булып ҡалған. Шуға күрә Әйүп сафлығын юғалтһын өсөн, Шайтан уны күңел төшөнкөлөгөнә килтерергә тырышҡан. Әйүпкә өс «дуҫы» килгән. Башта улар, уны йәлләгәндәй ҡыланып, тамаша ҡороп ебәргән. Шунан һуң улар Әйүп янында ете көн буйы өндәшмәй, бер йыуатыу һүҙе лә әйтмәй ултырған. Аҙаҡ был өс «дуҫ» Әйүпкә ғәйепләүҙәр һәм мыҫҡыллы һүҙҙәр яуҙыра башлаған.

Әйүп, етди һынауҙарға ҡарамаҫтан, Йәһүәгә тоғро булып ҡалған

6:3; 7:16; 9:20—22; 10:1, 12

  • Бик ныҡ борсоуға төшкән Әйүп яңылыш һығымталар яһаған. Әйүп, тоғролоғон һаҡлармы ул, юҡмы — Аллаға барыбер, тигән хаталы һығымта яһаған

  • Күңел төшөнкөлөгө арҡаһында Әйүп ғазаптарының башҡа сәбәптәре хаҡында уйламаған

  • Әйүпкә бик ауыр булһа ла, ғәйепләүселәренә әйткән һүҙҙәре уның Йәһүәне яратҡанын күрһәткән