МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Йолом терелтеүгә өмөт бирә
Иҫкә алыу Кисәһе — йолом ярҙамында мөмкин булған киләсәктәге фатихалар тураһында уйланыу өсөн яҡшы ваҡыт. Шундай фатихаларҙың береһе — терелтеү. Алланың ниәте буйынса кешеләр үлергә тейеш булмаған. Бына ни өсөн иң ауыр тойғоларҙың береһе — ғәзиз кешебеҙҙе юғалтҡанға ҡайғырыу (1Кр 15:26). Ғайсаға Лазарҙың үлеме арҡаһында шәкерттәренең ҡайғырыуын күреү бик ауыр булған (Ях 11:33—35). Ғайса Мәсих Атаһының камил сағылышы булғанға, беҙ бер ҙә шикләнмәйенсә шуны әйтә алабыҙ: ғәзиз кешеләребеҙҙе юғалтыу арҡаһында ҡайғырыуыбыҙҙы күргәндә, Йәһүәнең дә йөрәге әрней (Ях 14:7). Йәһүә үлгән хеҙмәтселәрен терелтәсәк ваҡытты түҙемһеҙлек менән көтә. Беҙ ҙә шул мәлде зарығып көтәбеҙ (Әп 14:14, 15).
Йәһүә тәртип Аллаһы булғанға, терелтеү ойошторолған рәүештә үтәсәк, тигән һөҙөмтәгә килеп була (1Кр 14:33, 40). Кешеләрҙе ерләү терелтелгәндәрҙе ҡаршылау менән алмаштырыласаҡ. Һин юҡһыныу һәм юғалтыу тойғоһо кисергән ваҡыттарҙа терелтеү тураһында уйланаһыңмы? (2Кр 4:17, 18). Һин Йәһүәгә биргән йоломо һәм үҙ Һүҙе аша терелтеү хаҡында асҡан хәҡиҡәт өсөн рәхмәттәр әйтәһеңме? (Кл 3:15)
-
Дуҫтарыңдың һәм туғандарыңдың айырыуса кемеһен һин яңынан күрергә теләйһең?
-
Изге Яҙмалағы персонаждарҙың айырыуса ҡайһыныһы менән һин танышырға һәм аралашып алырға теләйһең?