ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ОҪТАЛЫҒЫН ЯҠШЫРТАБЫҘ
Вәғәз сифатын яҡшыртабыҙ. Брошюраға инеш һүҙҙәремде нисек әҙерләргә
НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ? Эш дәфтәрендә килтерелгән инеш һүҙҙәр әҙәбиәтте нисек тәҡдим итеп булғанын күрһәтә. Әммә инеш һүҙҙәр ҡыҫҡартылған формала килтерелгәнгә, уларҙы үҙ һүҙҙәребеҙ менән әйтергә кәрәк. Вәғәздә һин, бәлки, башҡа берәй алымды ҡулланырға йә, бәлки, йәшәгән ереңдәге кешеләргә башҡа тема ҡыҙыҡ булыр тип, шул темаға иғтибар итергә теләрһең. Шул саҡта һин, брошюраны уҡып сыҡҡас, баҫтырылған инеш һүҙҙәр менән танышҡас һәм брошюраны нисек тәҡдим итеп булғанын күрһәткән видеояҙмаларҙы ҡарап сыҡҡас, үҙ инеш һүҙҙәреңде уйлап сығарыр өсөн, аҫта килтерелгән кәңәштәрҙе ҡуллана алаһың.
ҠАЙҺЫ БЕР КӘҢӘШТӘР:
Үҙеңдән: «Мин эш дәфтәрендә баҫтырылған инеш һүҙҙәрҙең береһен ҡулланырға теләйемме?» — тип һора
ЭЙЕ
-
Һөйләшеүҙең инеш өлөшөн уйлап сығар. Иҫәнләшкәс, килеүеңдең маҡсатын аңлатып бир. (Мәҫәлән: «Мин ... өсөн килдем», — тип әйт.)
-
Шул турала уйлан: нисек һорауҙан шиғырға һәм шиғырҙан баҫмаға күсергә. (Мәҫәлән, шиғырҙы уҡыр алдынан: «Был һорауға ошонда яуап бирелә», — тип әйтеп була.)
ЮҠ
-
Брошюранан үҙең өсөн ҡыҙыҡлы һәм йәшәгән ереңдәге кешеләргә ҡыҙыҡ буласаҡ теманы һайла
-
Кешене уңайһыҙ хәлгә ҡалдырмаған, шул уҡ ваҡытта уны уйланырға дәртләндергән һәм һөйләшеүгә саҡырған һорау хаҡында уйлан. (Мәҫәлән, брошюраларҙың 2-се битендә килтерелгән һорауҙарҙы ҡуллан.)
-
Кешегә уҡыр шиғырыңды һайла. (Изге Яҙма менән аҙ таныш булған йә дингә ҡарата кире ҡарашта булған кешеләргә тәғәйенләнгән брошюраны тәҡдим иткәндә, шиғыр уҡыу мотлаҡ түгел.)
-
Кешегә бер йә ике һөйләм менән мәҡәләне уҡып сығыу уға ниндәй файҙа килтерәсәк икәнен аңлат
ҺӘР ОСРАҠТА
-
Ҡабат килеп китеүҙә ҡарап сығасаҡ һорау әҙерлә
-
Ҡабат килеп китеүҙә әйтергә йыйынған һүҙҙәреңде онотмаҫ өсөн, ҡыҫҡаса төп фекерерҙәрҙе яҙып ал