Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Инеш һүҙҙәр

Инеш һүҙҙәр

«ҺЕҘ АЛЛАНЫҢ БӨЙӨК БҮЛӘГЕН ҠАБУЛ ИТЕРҺЕГЕҘМЕ?» тигән брошюра

Һора: Беләһегеҙме, Алла һәр кешегә ниндәй бүләк биргән?

Уҡы: Ях 3:16

Тәҡдим ит: Ошо брошюрала ни өсөн Алла Ғайсаны ергә ебәргән, һәм Ғайса беҙҙең хаҡҡа ни өсөн үлгән икәне аңлатыла. Шулай уҡ унда беҙ был бүләк өсөн рәхмәттәребеҙҙе нисек белдерә алғаныбыҙ ҡарап сығыла.

НИМӘ УЛ АЛЛА БАТШАЛЫҒЫ?

Һора: Һеҙҙеңсә, Алла Батшалығы — ул йөрәк торошо, уйҙырма йә күктәге хөкүмәтме?

Уҡы: Дн 2:44; 7:14

Ҡабат килеүгә нигеҙ һалыу: Киләһе тапҡыр мин һеҙгә Алла Батшалығы тормошоғоҙҙо нисек үҙгәртә алғаны тураһында һөйләргә теләр инем.

КИСӘГӘ САҠЫРЫУ

Тәҡдим ит: Мин һеҙҙе мөһим бер ваҡиғаға саҡырырға теләйем. Унда Ғайса пәйғәмбәр беҙҙең хаҡҡа ни өсөн үлгән икәне аңлатыласаҡ. Изге Яҙмаға нигеҙләнгән телмәрҙән һеҙ Ғайса пәйғәмбәрҙең үлеме кешеләргә ниндәй файҙа килтергәне тураһында белә алырһығыҙ. Рәхим итеп килегеҙ.

МИНЕҢ ИНЕШ ҺҮҘҘӘРЕМ

Өҫтә килтерелгән инеш һүҙҙәрҙе ҡулланып үҙеңдең инеш һүҙҙәреңде төҙө.