Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

«Бөгөнгө көндә Йәһүәнең ихтыярын кем үтәй?» тигән брошюраны нисек ҡулланырға?

«Бөгөнгө көндә Йәһүәнең ихтыярын кем үтәй?» тигән брошюраны нисек ҡулланырға?

«Бөгөнгө көндә Йәһүәнең ихтыярын кем үтәй?» тигән брошюра өйрәнеүселәр менән һәр өйрәнеүҙең башында йә аҙағында ҡарап сығыр өсөн тәғәйенләнгән *. Брошюраның 1—4 дәрестәре кешене Йәһүә шаһиттары менән халыҡ булараҡ таныштыра, 5—14 дәрестәре уға эшмәкәрлегебеҙ тураһында күберәк белергә ярҙам итә, һәм 15—28 дәрестәр ойошмабыҙҙың нисек эш иткәнен күрһәтә. Әгәр берәй айырым дәресте ихтыяж буйынса ҡарап сығырға кәрәк булмаһа, дәрестәрҙе бер-бер артлы ҡарап сығыу яҡшы булыр. Бер биттә бер дәрес килтерелә һәм уны күпселек өйрәнеүселәр менән 5—10 минут эсендә ҡарап сығырға була.

  • Дәрестең исеменә иғтибар ит

  • Дәресте бергәләп уҡып сығығыҙ. Уны тулыһынса йә өлөшләп уҡығыҙ

  • Уҡығанығыҙ буйынса фекер алыш. Килтерелгән һорауҙарҙы һәм рәсемдәрҙе ҡуллан. Дәрестә Изге Яҙманан килтерелгән шиғырҙарҙы (үҙең һайлап ал) уҡып сығығыҙ һәм улар буйынса фекер алышығыҙ. Һәр өҫтәмә исемдең дәрестең һорауына нисек яуап биргәненә иғтибар ит

  • Дәрестә «Күберәк белегеҙ» тигән рамка булһа, уны бергә уҡығыҙ. Өйрәнеүсене рамкала килтерелгән кәңәш буйынса эш итергә дәртләндер

^ 3 абз. Был брошюраның иң һуңғы версияһын Йәһүә шаһиттарының интернет-ресурсында табып була