Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Ғаиләгеҙгә Йәһүәне иҫтә тоторға ярҙам итегеҙ

Ғаиләгеҙгә Йәһүәне иҫтә тоторға ярҙам итегеҙ

Йәһүд халҡын, Йәһүәне онотҡаны өсөн, һәләк ителеү көткән. Иремияға уларға был хаҡта иғлан итергә кәрәк булған (Ир 13:25). Халыҡ рухи яҡтан ундай аяныс хәлгә нисек эләккән һуң? Израиль ғаиләләре үҙ рухилығын һаҡламаған. Ғаилә башлыҡтары, күрәһең, Йәһүәнең Ҡанун 6:5—7-лә яҙылған күрһәтмәләре буйынса эш итмәгән.

Бөгөн рухи яҡтан көслө ғаиләләр йыйылыштарҙың ныҡлығына үҙ өлөшөн индерә. Ғаилә башлыҡтары, даими рәүештә эстәлекле ғибәҙәт ҡылыу кисен үткәреп, ғаиләләренә Йәһүәне иҫтә тоторға ярҙам итә (Зәб 22:27). «„Был һүҙҙәр һинең йөрәгеңдә булырға тейеш“. Ғаиләләр биргән интервьюлар» тигән видеояҙманы ҡарағандан һуң, ошо һорауҙарға яуап бирегеҙ:

  • Ҡайһы бер ғаиләләр ғибәҙәт ҡылыу кисен үткәрергә ҡамасаулаған проблемаларҙы нисек еңә?

  • Ғаилә менән даими рәүештә эстәлекле ғибәҙәт ҡылыу үткәреү ниндәй фатихалар килтерә?

  • Ғаилә менән бергә ғибәҙәт ҡылыуға килгәндә, минең ниндәй ауырлыҡтар тыуа, һәм уларҙы хәл итер өсөн мин нимә эшләргә йыйынам?