Йәһүә шаһиттары бер ҡатын менән Изге Яҙма тураһында һөйләшә (Словения)

«МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО ҺӘМ ХЕҘМӘТЕ». ЭШ ДӘФТӘРЕ Март 2018

Һөйләшеүҙәр планы

Һөйләшеүҙәр планы ошо һорауҙарға нигеҙләнгән: кешеләр хәл итә алмаған проблемалар бар. Һеҙҙеңсә, кем ярҙам итә ала? Ғайсаның үлеме һәм бөтә проблемаларыбыҙҙың сиселеүе нисек бәйле? кешеләр мәңгелек тормошҡа нисек эйә була ала?

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР

«Арағыҙҙа бөйөк булырға теләүсе башҡаларға хеҙмәтсе булһын»

Беҙ хеҙмәттең маҡтау килтергән һәм башҡаларға күренеп торған өлкәләрендә генә ҡатнашырға тырышмайбыҙмы? Баҫалҡы хеҙмәтсе йыш ҡына тик Йәһүәгә генә күренгән эште башҡара.

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР

Ике иң бөйөк әмер буйынса йәшә

Ғайса Изге Яҙмалағы ниндәй ике әмерҙе иң бөйөк тип атаған? Беҙ был әмерҙәр буйынса йәшәгәнебеҙҙе нисек күрһәтә алабыҙ?

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Аллаға һәм яҡыныңа яратыуҙы нисек үҫтереп була?

Беҙ Йәһүәне һәм яҡыныбыҙҙы яратырға тейеш. Яратыуҙы нисек үҫтерергә? Иң мөһим ысулдарҙың береһе — Изге Яҙманы көн һайын уҡыу.

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР

Был һуңғы көндәрҙә рухи яҡтан уяу бул

Бөгөн кешеләрҙең көнкүреш мәшәҡәттәр арҡаһында рухи нәмәләр өсөн ваҡыт та, көс тә ҡалмай. Был донъя кешеләренән рухи яҡтан уяу булған мәсихселәр нимә менән айырылып тора?

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

«Был донъяның ахыры яҡын»

Ғайсаның һүҙҙәре был донъяның ахыры яҡын икәнен нисек күрһәтә? «Был донъяның ахыры яҡын» тигән видеояҙманы ҡарап ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирегеҙ.

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР

«Уяу булығыҙ»

Ун ҡыҙ хаҡындағы ҡиссала кейәү, аҡыллы ҡыҙҙар һәм алйот ҡыҙҙар кемде символлаштыра? Был ҡисса һинең өсөн нимә аңлата?

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Вәғәз сифатын яҡшыртабыҙ. Өйрәнеүсегә әҙерләнергә ярҙам ит

Иң баштан уҡ кешегә өйрәнеү үткәреү ғәҙәтен үҫтерергә ярҙам итергә кәрәк. Быны нисек эшләргә?