Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | МАТФЕЙ 25

«Уяу булығыҙ»

«Уяу булығыҙ»

25:1—12

Ғайса ун ҡыҙ тураһындағы ҡиссаны майланған шәкерттәренә һөйләгән булһа ла, был ҡисса бөтә мәсихселәрҙе лә күп нәмәгә өйрәтә ала (bw556-TAT 12—16 бб.). Ғайса пәйғәмбәр: «Уяу булығыҙ: һеҙ бит көнөн дә, сәғәтен дә белмәйһегеҙ», — тигән (Мт 25:13). Һин был ҡиссаны аңлата алаһыңмы?

  • Кейәү (1-се шиғыр): Ғайса.

  • Аҡыллы ҡыҙҙар (2-се шиғыр): бирелгән йөкләмәләрҙе тоғролоҡ менән башҡарырға әҙер булған майланған мәсихселәр; улар ахырға тиклем донъяла яҡтыртҡыс кеүек балҡый.

  • Ҡысҡырған тауыш: «Кейәү килә!» (6-сы шиғыр): Ғайсаның килеү осорон күрһәткән дәлилдәр.

  • Алйот ҡыҙҙар (8-се шиғыр): кейәүҙе ҡаршыларға сыҡҡан, әммә уяулығын юғалтып, тоғро ҡалмаған майланған мәсихселәр.

  • Аҡыллы ҡыҙҙар май бүлешмәй (9-сы шиғыр): тоғро майланған мәсихселәр мәңгегә мөһөрләнгәс, улар инде тоғро ҡалмағандарға ярҙам итә алмаясаҡ.

  • «Кейәү килеп еткән» (10-сы шиғыр): Ғайса ҙур афәт тамамланғанға тиклем бер аҙ алдараҡ хөкөм итер өсөн килә.

  • Аҡыллы ҡыҙҙар кейәү менән туй мәжлесенә инә һәм улар артынан ишек бикләнә (10-сы шиғыр): Ғайса тоғро майланған мәсихселәрҙе күктә йыя, ә тоғро ҡалмағандар күктә йәшәргә өмөттәрен юғалта.