Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Вәғәз сифатын яҡшыртабыҙ. Өйрәнеүсегә әҙерләнергә ярҙам ит

Вәғәз сифатын яҡшыртабыҙ. Өйрәнеүсегә әҙерләнергә ярҙам ит

НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ? Өйрәнеүсе әҙерләнһә, уға материалды аңлау һәм иҫтә ҡалдырыу еңелерәк. Ул күберәк аңлаһа һәм иҫтә ҡалдырһа, тиҙерәк рухи яҡтан үҫер. Әҙерләнеү ғәҙәте уға һыуға сумдырылғандан һуң да файҙа килтерер, сөнки уға рухи яҡтан уяу булып ҡалыр өсөн, осрашыуҙарға һәм вәғәзгә әҙерләнергә кәрәк булыр (Мт 25:13). Шулай итеп тикшеренеү үткәрә белеү һәм даими үткәрелгән өйрәнеү графигы яҡшы рухи сәләмәтлектең нигеҙе булып тора. Шуға күрә иң баштан уҡ кешегә өйрәнеүгә әҙерләнеү ғәҙәтен үҫтерергә ярҙам итергә кәрәк.

ҠАЙҺЫ БЕР КӘҢӘШТӘР:

  • Яҡшы өлгө булып тор (Рм 2:21). Өйрәнеүсенең ихтыяждарын иҫәпкә алып, һәр өйрәнеүгә әҙерлән (km 11/15 3 б.). Үҙеңдең планыңды, унда булған үҙ яҙыуҙарыңды күрһәт.

  • Өйрәнеүсене әҙерләнергә дәртләндер. Әҙерләнеү Изге Яҙманы өйрәнеү программаһының өлөшө булып торғанын һәм уның ниндәй файҙа килтергәнен иң баштан уҡ аңлат. Был көсөргәнешле тормошта әҙерләнеү өсөн ваҡыт табырға ярҙам итеүсе бер нисә уңайлы кәңәш бир. Өйрәнеүсе, яуаптар билдәләп ҡуйылғанда һәм комментарийҙар өҫтәлгәндә, теманы аңлауы ни тиклем еңелерәк икәнен күрһен өсөн, ҡайһы бер вәғәзселәр уға үҙ баҫмаһын күрһәтә. Өйрәнеүсе әҙерләнеп килгәндә, уны маҡта.

  • Нисек әҙерләнеп булғанын күрһәт. Ҡайһы бер вәғәзселәр өйрәнеүсегә нисек әҙерләнеп булғанын күрһәтер өсөн тәү өйрәнеүҙәрҙең береһен бүлеп ҡуя.