МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Вәғәз сифатын яҡшыртабыҙ. Хаттарҙы нисек дөрөҫ яҙырға?
НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ? Коринфтарға тәғәйенләнгән беренсе хат — ул Павелдың ҡәрҙәштәрҙе нығытыр өсөн яҙған 14 хатының береһе. Бөгөн дә хаттар аралашыу өсөн яҡшы ысул булып ҡала. Хаттағы һүҙҙәр ентекләп һайлана, сөнки авторҙың уйланыр өсөн ваҡыты бар, шулай уҡ һуңынан хатты бер нисә тапҡыр уҡып сығырға була. Хаттар ярҙамында таныштарға һәм туғандарға вәғәзләргә уңайлы. Өҫтәүенә, хаттар үҙебеҙ шәхсән һөйләшә алмаған кешеләргә вәғәзләү мөмкинлек бирә. Шул иҫәпкә хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһынған, әммә өйөндә осратыуы ҡыйын булған кешеләр, күп фатирлы һаҡланған йорттарҙа, ябыҡ торлаҡ комплекстарҙа йә алыҫ урынлашҡан райондарҙа йәшәүселәр ҙә инә. Хаттар яҙғанда, айырыуса таныш булмаған кешеләргә яҙғанда, нимәне иҫтә тотоу мөһим?
ҠАЙҺЫ БЕР КӘҢӘШТӘР
-
Кеше менән шәхсән һөйләшкәндә әйтергә теләгәнде яҙ. Тәүҙә исемеңде яҙ һәм ни өсөн ошо хатты яҙыуыңды асыҡ итеп аңлат. Шунан кеше фекерен белер өсөн һорау биреп була. Һуңынан түләүһеҙ үткәрелгән Изге Яҙма өйрәнеү курсыбыҙ хаҡында һөйлә йә өйрәнеү өсөн тәғәйенләнгән баҫмаларыбыҙҙың береһенән алынған ҡайһы бер темаларҙы әйтеп кит.
-
Ыҡсым бул. Хатты алыусы, уны уҡып бөткәнсе арымаһын өсөн, хат оҙон булырға тейеш түгел.
-
Хаталарҙы тикшер. Хат еңел уҡыламы, хөрмәт күрһәтеп, ыңғай рәүештә яҙылғанмы һәм сиктән тыш рәсми түгелме икәнен дә тикшер. Хатты почта аша ебәрһәң, йәбештерелгән маркаларҙың һаны етерлек булһын.
-
Өлкәндәр менән кәңәшләш.